RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Михаил Бабич килеп китте

24.05.2013 Михаил Бабич килеп китте

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич округ мосолмандарының диниә назараттары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙең төп маҡсаты итеп экстремистик хәрәкәттәрҙең әүҙемләшеүенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында власть органдары менән дин әһелдәренең берлектә эш алып барыу стратегияһын әҙерләү билдәләнгәйне.
Михаил Бабич фекеренсә, уны экстремистар берләшмәләренең әүҙемләшеүе борсой, әлеге проблема мосолман хал­ҡы йәшәгән илдәрҙән кешеләрҙең күпләп килеүенә бәйле. Миграция хеҙмәте күрһәткестәренә туҡталғанда, 2012 йылда Волга буйы федераль округында миграция иҫәбенә бер миллиондан ашыу кеше ҡуйылған. Уларҙың 75 проценты – Урта Азия һәм Кавказ аръяғынан килеүселәр. Беҙҙең илдә сит идеологиялар таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн тап диниә назараттары мигранттарҙың Рә­сәйҙә йәшәүгә яраҡлашыуында әүҙем ҡатнашлыҡ итергә тейеш.
Тағы бер проблема бар – имамдар араһында әҙерлекле кадрҙар етешмәй. Округта 21 мәҙрәсә эшләй, әммә уларҙа йәш кадрҙар әҙ. Шуға күрә мосолман йәштәрен дини-патриотик рухта тәрбиәләү программаһын булдырыу ҙа кәрәк. Йәнә диниә назараттары араһында айырым проблемалар буйынса кураторҙар институты ла эшләһә яҡшы булыр ине.
Михаил Бабич билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең сит илдә белем алыуы йәһәтенән тәртип булмауы күҙәтелә. Волга буйы федераль округы субъект­тары мосолмандарының диниә назараттары 300-гә яҡын кешене сит илгә уҡырға ебәрһә, үҙ аллы киткән студенттар һаны биш меңгә етә. Был иһә, граждандарҙың күпселеге күҙәтеү аҫтынан сыға һәм уларҙың традицион булмаған дини ағым­дар­ға ҡушылып китеүе бар, тигән һүҙ.
Михаил Бабич Өфөлә “Ҙур химия” форумында ҡатнашты, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерлек барышы менән дә танышты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә