21.05.2013 Ҡытай менән эштәр көйләнә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһына барып ҡайтты.
Сәфәр барышында Ҡытай Республикаһының власть һәм бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Делегация ағзалары ҙур предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән дә танышты.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, унда беҙҙекеләр Ҡытайҙың байтаҡ провинцияһы етәкселеге менән осрашып, фекер алышты, ошо сара барышында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының презентацияһы менән сығыш яһаны, Ҡытай провинциялары менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Әйткәндәй, 2012 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 609,8 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорт – 483 миллион, импорт – 126,8 миллион доллар. Башҡортостандың дөйөм тышҡы сауҙа әйләнеше күләмендә Ҡытай алтынсы урында тора.