RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

21.05.2013 Донъя яңылыҡтары

Ҡул ҡулды йыуа
Испанияла үҙенсәлекле ресторан асылған.
Тамағы туйған клиент төшкө аш өсөн түләү урынына бер сәғәт һауыт-һаба йә иҙән йыуа.
Был ресторанға көн һайын утыҙлаған ваҡытлыса ярҙамсы килә икән. Уларҙың эш графигы күптән билдәләнгән. Эштең сифатын менеджер күҙәтә. Бындай алым ресторан өсөн бик отошло. Сөнки һауыт-һаба, иҙән йыуыусыларға эш хаҡы түләргә кәрәкмәй. “Бик яҡшы идея! Минең әлегә эшем юҡ. Бында өс ай тирәһе йөрөйөм. Кемгәлер ярҙам да итәһең, тамаҡ та туя”, − ти Ламине Ндойе.

АҠШ-тағы фажиғәләр

Кисә Нью-Хейвен ҡалаһынан Нью-Йоркка юлланған поезд, рельс­тан төшөп китеп, икенсе составҡа бәрелә.
Һөҙөмтәлә етмештән ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ике поезда 250-гә яҡын кеше булған. Мөғжизә менән генә һәләк булыусылар юҡ. Фажиғәгә рельс­тар­ҙың ватылыуы сәбәпсе.
Ошо уҡ көндә үҙәк АҠШ буйлап ике торнадо үткән. Йөҙҙән ашыу йорт емерелгән, юлдарҙа күп авария булған. Электр сымы өҙөлөүе арҡаһында ун меңләгән кеше утһыҙ ҡалған.

Ер тетрәгән

Петропавловск-Камчатскийҙа магнитудаһы биш берәмеккә еткән ер тетрәү күҙәтелгән.
Уның үҙәге ҡаланан ике йөҙ саҡрым алыҫлыҡта, диңгеҙҙә булған.
Йорттарҙа люстралар һелкенгән, мебель урынынан шылған. Әлеге мәлдә халыҡҡа бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Белгестәр әйтеүенсә, йыл һайын майҙың һәм сентябрҙең өсөнсө декадаһында Камчаткала сейсмологик әүҙемлек күҙәтелә.

Шахтерҙар һәләк булған

Индонезияла донъялағы иң ҙур алтын һәм баҡыр табыу шахтаһы емерелеү арҡаһында ун ике кеше һәләк булған.
Әлегә ун биш кешенең яҙмышы билдәһеҙ.
Был Грасберг комплексы Аме­рика компанияһыныҡы. Шахта 1970 йылдарҙа эшләй башлаған. Урын­дағы халыҡ ҡына түгел, донъя экологтары ла күптән шахтаны ябыуҙы талап итә. Әммә әлегә бер сара ла күрелмәй, сөнки Грасберг комплексы Индонезияла иң ҙур һалым түләүсе корпорация һанала. Әлеге мәлдә унда 20 мең кеше эшләй.

“Һеҙгә балаларыбыҙҙы бирмәйәсәкбеҙ!”

Үткән шәмбелә Франция президенты Франсуа Олланд бер енесле никахтарҙы законлаштырған һәм гомосексуаль парҙарға уллыҡҡа бала алыуҙы рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы.
Бер енесле никахты законлаштырыуға ҡаршы бихисап акция үтһә лә, парламент һәм Конституция советы законды хуплаған. Шулай итеп, Франция үҙ граждандарына бындай “демократия” бүләк иткән ун дүртенсе ил булды.
РФ Дәүләт Думаһының халыҡ-ара комитеты рәйесе Алексей Пушков: “Бер енесле никах законлаштырылған илдәргә уллыҡҡа бала биреүҙе тыйырға кәрәк. Европала бындай никахтар ғәҙәти хәлгә әүерелгәс, Рәсәйгә лә шундай ҡиммәттәрҙе көсләп таға башлауҙары ихтимал”, – тигән фекерен белдергән.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә