RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй "боҙо" ҡуҙғалыр төҫлө

30.10.2010 Рәсәй "боҙо" ҡуҙғалыр төҫлө

«Боҙ» тигәндә, мин милли мәғарифты күҙ уңында тотам. Ана шул «боҙ» инде хәҙер егерме йыл буйы уҡыу­сыларҙың милли аң үҫешен, милли рухын юҡҡа сығарырға, үҙенсәлекле мәҙәни байлыҡтарына илтеүсе һуҡмаҡтарҙы быуырға маташты. Рәсәйҙең белем биреү мөхитендә бала үҙ туған теленең байтаҡ лексик ҡатламын үҙләштереүҙән мәхрүм ителгәйне. Мәҫәлән, тарих, география, биология һәм башҡа фәндәргә мөнәсәбәтле туған теленең лексик байлыҡтарын өйрәнеүгә юл ябыл­ғайны. Рәсәй Мәғариф министрлығының базислы уҡыу планында тәҡдим ителгән «туған тел» һәм «туған әҙәбиәт» фәндәре генә баланы тулы ҡанлы шәхес итеп үҫтерә алмай.
Рәсәй дәүләте – унда йәшәүсе һәр милләттең ҙур ватаны, иле. Бынан тыш, һәр милләттең үҙе тыуған, йәшәгән, моңло, йырлы, рухи хазиналар сығанағы булған төйәге бар. Беҙҙең шарттарҙа был әкиәти төбәкте Башҡортостан тип атап йөрөтәбеҙ. Тағы ла Рәсәйҙән дә башҡа донъя бар. Ул донъяны сит ил тип атайбыҙ. Сит илдә төрлө телдә (инглиз, француз, немец, ғәрәп, төрөк һәм башҡа телдәрҙә) аралашалар. Ошо өс мөхиттең аралашыу теле, этномәҙәниәте туған тел, рус теле, сит тел аша бойом­ға ашырыла. Бөгөнгө белем биреү усағының нигеҙендә ана шул күп теллелек ныҡлы урын алған. Уҡыу йорттарында бала шәхесе өс мөхиткә (Башҡортостан – Рәсәй – донъя) тәғәйенләп үҫтерелә. Был өс мөхитте Аланияның (Төньяҡ Осетия) арҙаҡлы ғалимы, Алания дәүләт педагогия институтының күп телле белем биреү буйынса ЮНЕСКО кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Тамерлан Таймураз улы Камболов концептуаль принцип тип ҡарай. Уның концепцияһы «Рәсәй гражданы милләтен формалаштырыу­ҙа мәғарифтың роле» тип аталған. Уны интернет селтәренән табып була.
Был концепцияның әһәмиәте нимәлә һуң? Профессор Тамерлан Камболов бөгөнгө көндә Рәсәйҙәге белем биреү доктринаһының (теорияһының, системаһының) методологик нигеҙенә анализ яһай. Рәсәй мәғарифының фәлсәфәүи, психологик, дидактик һәм педагогик асылын яҡтырта. Рәсәй гражданы милләтен формалаштырыуҙа һәм артабан үҫтереүҙә бөгөнгө мәғарифтың күҙгә күренеп торған кире яҡтарын күрһәтә. Йәш быуынға белем биреүҙә, уларҙы шәхес итеп үҫтереүҙә Рәсәй дәүләте үҙенә ҙур йөкләмә ала. Ошо сәйәси йөкләмәнең стратегик һәм тактик бурыстарын асыҡлай был концепция. Әлеге мөһим документтан өҙөк килтерәм:
«Рәсәй дәүләтенең стратегик бурыстарының береһе булып граждан милләтен формалаштырыу тора. Илдең ныҡлы сәйәси, иҡтисади һәм социаль үҫешендә был иң мөһим гарант була ала. Бындай ҙур бурысты бойомға ашырыуҙа белем биреү системаһы төп сараларҙың береһелер. Был маҡсатҡа ирешеүҙең тактикаһын билдәләүҙә төрлө ҡараштар барлыҡҡа килә. Фекер тарҡаулығы ифрат ҙур. Кемдәрҙер илдең барлыҡ төбәктәрендә мәҙәниәтте, мәғарифты тулыһынса тигеҙләү концепцияһын яҡлаһа, икенселәре иһә ил халҡының этномәҙәни айырымлыҡ кимәлен сикләүҙе талап итә. Әлбиттә, Рәсәй дәүләтенең тотороҡло үҫешендә төрлө социаль ҡатламдарҙың, төбәктәр­ҙең һәм этник төркөмдәрҙең бер бөтөн булыуы мөһим...
... Бөгөн Рәсәй гражданы милләтен төҙөү буйынса саралар планлаштыр­ғанда белем биреү системаһында дөрөҫ тактика һайлау­ҙа ғәҙәттән тыш яуаплылыҡ талап ителә.
Беҙ мәғариф-мәҙәни, ижтимағи-сәйәси өлкәлә кире эҙемтәләргә килтереүсе хаталар­ҙы, артыҡ ныҡ бөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа тейешбеҙ. Был бигерәк тә, мәғариф доктринаһын бойомға ашырыуҙа саманан тыш дөйөмләштереү кәрәкмәй, тигәнде аңлата».
Иғтибар итегеҙ: Рәсәй мәғарифында бөтә сараларҙы бер ҡалыпҡа һалыу ынтылышы көслө. Мәҫәлән, берҙәм белем биреү мөхите, берҙәм (базислы) уҡыу планы, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләр кимәлен баһалауҙа берҙәм талаптар, берҙәм дәүләт имтиханы һәм башҡалар. Бындай «берҙәм»лектәр үҙен аҡлаймы? Юҡтыр, минеңсә. Ғәмәлдә иһә улар ҡабартылған статистиканы, күпертелгән проценттар­ҙы, яһалма миҙалсыларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Бала үҙенсә уй йөрөткән, фекерләгән, донъя картинаһын ҡабул иткән телдә белем алыуҙан мәхрүм. Дөрөҫөн әйткәндә, белем биреү өлкәһендә рус милләтенән булған уҡыу­сы менән икенсе милләт балаһы тиң хоҡуҡлы түгел. Рус телле бала белем алыу­ға булған конституцион хоҡуҡтары менән тулыһынса файҙалана. Икенсе милләттән булған балаларҙың үҙ туған телендә белем алыу хоҡуҡтары рәсми рәүештә сикләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, дәүләт тарафынан юҡҡа сығарыла. Шулай итеп, сабый сағынан уҡ хоҡуҡһыҙ милләткә әйләнә. Дәүләт етәкселәренең «450 йыл буйы Рәсәй менән дуҫлыҡта, татыулыҡта» тигән уйҙырма һәм фанатиктарса сәйәсәте оҙаҡҡа барырмы? Рәсәйҙең мәғариф буйынса алып барған сәйәсәте ике аяғына ла аҡһай.
Әле йәшәп килгән мәғариф системаһы бала ни тиклем иртәрәк русса уҡытыла башлаһа, был телдә тиҙ үк аралаша аласаҡ, тигән фараз менән йәшәй. Күп йыллыҡ тәжрибә бының киреһен раҫлай, белем биреүгә, сифатлы белем биреүгә байтаҡ зыян килтерә.
Белемдең нигеҙе башланғыс синыфтарҙа һалына. Бына ошо нигеҙ ныҡлымы, ышаныслымы? Ошо тәүге осорҙан уҡ барлыҡ предметтарҙы ла рус телендә уҡытыу үҙен аҡлаймы? Белем биреүҙең сифаты нисек? Программа талап иткән белем күләмен, йөкмәткеһен бала аңлап, үҙләштереп өлгөрәме? Баланың белем алыуға булған ынтылышы ошо звенола һүрелмәйме икән? Баланың ҡалдыҡ белеме тикшереләме, мониторинг үткәреләме? Уҡыусының тыумыштан, тәбиғәттән бирелгән һәләте үҫтереләме? Һәләттең талант­ҡа әйләнерен уҡытыусы төшөнәме? Балала әсә теленә ҡарата кире мөнәсәбәт тыумаймы? Әсә теле – әхлаҡи нормалар сығанағы, рухи сәләмәтлек үҙәге, милли үҙаң ҡуҙғытҡысы, милли мәҙәниәт асҡысы, шәхесте үҫтереүсе. Был сифаттарҙы балаға сит тел аша биреп буламы? Иң мөһиме: ватансыл шәхес тәрбиәләй алырбыҙмы? Үҙе аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмәгән ят телдә белем биреп маташыу уҡыусының һаулығына зыян килтермәйме? Аҡыл үҫешен тотҡарламаймы? Башҡа предметтарҙы ғына түгел, бала рус теле фәндәрен йүнләп үҙләштерә алмай. Милли телле балалар туплан­ған мәктәптә русса уҡытыу индерелгән икән, унда инде белем алыу­ҙың сифаты тураһында һүҙ алып барыу эт ботонан да ҡырын булыр ине.
Белем алыуға старт башланғыс мәктәптән башлана. Ошоға бәйле хәҙер инде икенсе проб­лема килеп тыуа. Рәсәй мәғарифы – берҙәм белем биреү майҙаны. Шулай булғас, уҡыусыларҙың белем кимәленә лә берҙәм талаптар ҡуйыла. Был тактика дөрөҫмө, ғәҙелме, бала психологияһына һәм хоҡуғына тап киләме? Рус телендә аралашыу мөмкинлеге Рәсәйҙең һәр төбәгендә төрлөсә. Этник теле русса булған уҡыусылар менән милли төбәк балалары конкурентлыҡ һәләтенә дәғүә итә алырмы? Башҡа фәндәр буйынса әйтеп тораһы ла юҡ. Рус телен үҙләштереүе лә улар­ҙың – ер менән күк араһы. Был тәңгәлдә берҙәм талап үҙен аҡламаясаҡ. Бының өсөн белем биреүҙең берҙәм мөхитендә (единое образовательное пространство) тейешле шарттар тыуҙырылмаған.
Бына ошондай сараһыҙлыҡтан нисек сығыу юлдарын беҙ Тамерлан Таймураз улы Камболовтың концепцияһында күрәбеҙ. Алания дәүләт педагогия институтының күп телле белем биреү буйынса ЮНЕСКО кафедраһы мөдиренең концепцияһындағы тәҡдимдәрҙең барыһын да килтереп тормайым. Ошонда уҡ ЮНЕСКО һүҙенә лә аңлатма биреү кәрәктер. Ул «Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы» тигәнде аңлата.
Профессор Т. Камболовтың фекеренсә, Мәскәүҙән төрлө Рәсәй төбәктәренә таратыл­ған дәреслектәр фәҡәт рус тарихын, мәҙәниәтен генә сағылдыра. Шул уҡ ваҡытта төбәк тарихы, мәҙәниәте, ана шул дәреслектә үҙ урындарын биләй алмайынса, «төбәк (региональ) компоненттар» тип йөрөтөлә. Мәскәү дәреслектәренә улар ҡушымта рәүешендә эйәреп йөрөргә тейеш. Был дөрөҫ түгел. «Төбәк компоненттары» ла Рәсәй мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө, биҙәге. Шулай булғас, улар ҙа Рәсәйҙең дөйөм компоненттары булып, Мәскәү тарафынан тәҡдим ителгән дәреслектәрҙә үҙ урынын биләргә тейеш. Шуға күрә Мәскәү дәреслектәре милли субъекттарҙың теленә тәржемә ителергә, шунда уҡ һәр төбәктең үҙенсәлекле мәҙәниәте өҫтәлергә тейеш. Бындай өҫтәмә-ҡушымталар милли телгә тәржемә ителгән вариантында ла, руссаһында ла урын алыр ине. Тик шул саҡта ғына милли телдә уҡығандар ҙа, русса белем алыусылар ҙа Рәсәйҙең бер бөтөн тарихын, мәҙәниәтен күҙ алдына килтерер ине. Милли компоненттарҙы үҙ эсенә алған дәреслектәр ике телдә – милли телдә һәм русса донъя күрергә тейеш. Әлбиттә, алдан ике яҡлы (урындағы һәм үҙәктәге) абруйлы эксперттар­ҙың ҡарары булыу мөһим.
Мәскәүҙең «Мәғариф» нәшриәте тәҡдим иткән дәреслектәрҙең кәмселектәре булды, бар, буласаҡ. Мәҫәлән, «Рәсәй тарихы» дәреслегендә сағылдырылған хәл-ваҡиғалар­ҙа башҡа милләттәрҙең ҡатнашлығы хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. 1812 йылғы Ватан һуғышында еңелмәҫ башҡорт ғәскәрҙәре тураһында ла һүҙ ҙә юҡ. Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» роман-эпопеяһында баш­ҡорттар хаҡында ни бар? А. Пушкиндың «Капитан ҡыҙы» повесында автор үҙ күҙҙәре менән күргән «телһеҙ башҡорт»тоң телен ҡырҡыуға бәйле тарихи ваҡиғалар дөрөҫ һүрәтләнәме? «Рус теле» дәреслектәренең дә методик һәм методологик нигеҙҙәрен дөрөҫ сағылдырыу кәрәк.
Рәсәй тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, сәнғәтен, иҡтисадын рустар ғына булдырмаған, ә тотош Рәсәй Федерацияһы халҡы үҙ елкәһендә, үҙ намыҫында тамырландырған. Уҡыусы дәрестәрҙә ана шул бөтөнлөктө, берҙәмлекте күрергә тейеш. Тик шул саҡта ғына Рәсәйҙең тулы ҡанлы гражданын формалаштырып, үҫтереп буласаҡ.
Дәрестәрҙә интеграция (төрлө өлөштәрҙе бер бөтөн итеп берләштереү) тигән төшөнсәгә яңыса ҡарарға ваҡыт етте. Төбәк компоненттары теге йәки был предметҡа тағылма инвентарь һымаҡ түгел, ә һәр дәрестең асылына үтеп инергә тейеш.
Профессор Т. Камболовтың «Рәсәй гражданы милләтен формалаштырыуҙа мәғарифтың роле» тигән концепцияһы Рәсәй фән һәм мәғариф министры Андрей Фурсенко тарафынан хуплау тапҡан. Ошо концепцияға нигеҙләнеп, дәүләт педагогия институтында белем биреүҙә күп теллелек буйынса ЮНЕСКО кафедраһы асылған. Шулай уҡ ошо кафедраның филиалдары ҡарасәй-Черкес дәүләт университетында, Дағстанда, Татарстанда ла эш башлаған. Ул филиалдарҙың ҡөҙрәтле еле Башҡортостанға ла килеп етер, тип ышанғы килә.
Шулай итеп, Рәсәй «боҙо» ҡуҙғалыр төҫлө. Белем биреү өлкәһендәге бөтә ауырлыҡтар шул боҙҙар менән китһен, рус балалары менән башҡа милләт уҡыусыларының белем алыуҙа хоҡуҡтары тиң булһын ине.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә