RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр беребеҙ – үткәндәрҙе киләсәк менән тоташтырған күпер

17.05.2013 Һәр беребеҙ – үткәндәрҙе киләсәк менән тоташтырған күпер

Һәр беребеҙ – үткәндәрҙе киләсәк менән тоташтырған күперКем генә музейҙар буйлап йөрөргә яратмай икән! Төрлө тарихи ҡомарт­ҡыларға иҫең китеп ҡарағанда, үҙеңде үткәндәр менән киләсәкте тоташтырған бер күпер итеп тояһың, шунда уҡ бөгөнгө көн өсөн иңдә ятҡан яуап­лылыҡтың ауырлығын самалайһың. Ана шундай уҡ тойғоларҙы Бөрйән районының Аҫҡар ауылы мәктәбендә тағы бер ҡат кисерергә яҙҙы. Төпкөлдә ятҡан ауылдың яҡты, ҙур заманса белем усағында бер түгел, ике музей бар! Береһе ауылдаштары шағир Самат Ғәбиҙуллинға арналһа, икенсеһе − тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
Самат ағайҙың музейына аяҡ баҫҡан һәр кемде ул үҙе ҡаршылағандай − рәссам Сабит Бикмәтов менән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Факиһа Ғәлиуллина төшөргән портреттар ошо тойғоно тыуҙыра. Самат ағайҙың эш өҫтәлен һыйпап ҡарағанда, уның ҡул йылыһын һиҙгән кеүек­һең. Шағир ниндәй әҙиптәр менән яҡын аралашҡан, уға ниндәй өмөттәр бағланған, ниндәй теләктәр теләнгән – был хаҡта автографлы китаптар һөйләй. Мостай Кәрим, Ҡәҙим Аралбай, Азат Абдуллин, Рәшит Шәкүр һәм башҡа ҡәләмдәштәренең уға яҙған хаттары ла музейҙың экспонаттары рәтендә. Самат ағай гәзит-журналдарҙы илтифатһыҙ ғына уҡып сығып, ташлап ҡуймаған икән, мәҫәлән, өҫтәлдә ятҡан «Ағиҙел» журналдары төҙәтеүҙәр, иҫкәрмәләр менән сыбарланған. Стиль, орфография, пунктуация хаталарын тел һаҡсыһы махсус рәүештә эҙләп тә ултырмағандыр, уҡыған сағында уҡ күҙенә ташлан­ғанын билдәләп барғандыр. Үҙенә оҡшаған ҡайһы бер һөйләмдәр янына ваҡ мәрйен кеүек яҙыуы менән фекер­ҙәрен дә теркәп ҡуйған.
Тыуған яҡты өйрәнеү музейына экспонаттар йыйыуҙа ауыл халҡы, айырата әйткәндә, Римма Фәттәхова, Ҡә­йүм Ғәбиҙуллин, Таңһылыу Кинйә­баева, Закир Ғәбиҙуллин, Мәрфуға Шакирова, Сәриә Ғәбиҙуллина кеүек әүҙем кешеләр ҙур ярҙам күрһәткән. Әйтәйек, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғит Фәтхетдинов «Правда» гәзитенең беренсе һанын килтергән, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Самат Аратов иҫтәлекле фотолар бүләк иткән.
− Бер көн урамда китеп барһам, Заһир Ғәбиҙуллин осраны, − тип һөйләй музей етәксеһе, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зәлифә Вәдүт ҡыҙы. − Ошо һеҙгә кәрәкмәйме, тип, ми­ңә бер тимер күрһәтә. Ҡараһам, граждандар һуғышы осорондағы снаряд! Иҫке өйҙәрен емергәндә, нигеҙҙә тапҡандар икән. Кәрәк, әлбиттә, кәрәк, тип ҡыуанһам, юҡһа ташларға йыйынғайным, тип көлә. Музейға Кәрим менән Рәхим Ғәбиҙул­линдар эйәр килтерҙе, Таңһылыу Кинйәбаева ҡул тирмәне менән экспонаттарыбыҙҙы байытты. Ана шулай тамсылап тигәндәй байтаҡ тарихи ҡомартҡы йыйылды. Ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт инде, бик ҡәҙерле әйберҙәрен дә йәлләмәй бирҙеләр.
Балалар тирә-яҡтағы ер-һыу атамалары, тарихи ваҡиғалар, төрлө шәхестәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Вәдүт Ғәбиҙуллин, Нәфиға Теләүем­бәтова кеүек ололарҙан һөйләтеп алған. Аҫҡар ауыл советының беренсе рәйесе, репрессия ҡорбаны Зариф Әхмәҙуллинға, яугир-интернационалистарға, ер-һыу атамаларына айырым стендтар арналған. Музейҙың нумизматика өлөшө лә, боронғо һауыт-һаба йыйылмаһы ла һәр кемдә оло ҡыҙыҡһыныу уята. Бында хатта 1901 йылда нәшер ителгән «Ученые записки императорского университета» исемле китап та бар − ул нисек был яҡҡа килеп сыҡҡандыр, аптырар­һың...
Мәктәп директоры булып Ривал Баймырҙин эшләгән саҡта асылған музейҙар менән элек йәш экскурсоводтар Гөлсәсәк Ибраһимова, Гөлсәсәк Мырҙабулатова, Йәнйегет Ғәбиҙуллин таныштырһа, бөгөн яҡташтарының тормошо, экспонаттар хаҡында Шамил Ғәбиҙуллин, Илгиз Шакиров, Айһылыу Ибраһимова һөйләй. Экскурсовод һөнәренең серҙәренә уларҙы Зәлифә Шакирова өйрәтә (уҡыусылар бушамай китһә, ул үҙе лә эшкә ҡушыла).
Ике музейы булған Аҫҡар мәктәбе коллективы менән һоҡланып бөтөрлөк түгел − улар үткәндәргә генә йәбешеп ятмай, үлгәндәргә генә «һәйкәл» ҡуймай, бөгөнгө көн геройҙарын да күтәрә белә! Ауылдың шәжәрәһе янында урынлаштырылған «Ауылдаштарыбыҙ ижады» тип аталған стенд ошоға дәлил. Самат Ғәбиҙуллиндан тыш, талантлы ауылдаштары Фәйрүзә Фәтҡуллина, Зөһрә Үтәғолова, Иршат Теләүембәтов тураһында ла байтаҡ мәғлүмәт тупланған. «Татыу ғаилә − ил күрке», «Кеше матур эше менән», «Улар Ватан азатлығы өсөн көрәште», «Күҙ йәштәре аша шатлыҡ менән килде ергә Бөйөк был Еңеү» – был стендтар ҙа ихтирам-хөрмәткә лайыҡ булған данлы ауылдаштарына мәҙхиә (тулы йөкмәткеле, матур стендтарҙы Илшат Ҡарағолов эшләргә ярҙам иткән).
Аҫҡар музейҙарында булғандан һуң, донъяла башҡорттар кеүек үк тарихты тәрән ихтирам иткән башҡа бер халыҡ та юҡ, тигән һүҙҙәрҙең раҫлығына тағы бер инандым. Был, ысынлап та, шулай − беҙҙә һәр ауылда тиерлек уникаль экспонаттар, билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған музейҙар, тарих мөйөштәре бар. Һәм улар бикле тормай, үткәндәр менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн музейҙарҙың ишеге һәр саҡ асыҡ. Шулай булырға тейештер ҙә. Сөнки һәр беребеҙ үткәндәрҙе киләсәк менән тоташтырыусы күпер бит ул, ә музейҙарға сәйәхәт – ошо күперҙең нигеҙҙәрен нығытҡан бер сөй-ҡаҙаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә