RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

14.05.2013 Донъя яңылыҡтары

Әсәләргә шундай хөрмәт?

АҠШ-та кешегә атыу йолаға әүерелеп бара, ахыры…
Яңы Орлеан ҡалаһында Әсә көнө уңайынан ойошторолған парадта өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Байрам мәлендә өс кеше халыҡҡа ата башлай. Һөҙөмтәлә 19 кеше тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың өсәүһенең хәле ҡыл өҫтөндә. Енәйәтселәр әлегә тотолмаған. ФБР хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, был теракт түгел.

Ҡытайҙы һыу баҫа

Аҙна буйы барған туҡтауһыҙ ямғыр арҡаһында Үҙәк һәм Көнсығыш Ҡытайҙы һыу баҫҡан.
Тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында миллиондан ашыу кеше зыян күргән.
Юлдар һәм күперҙәр емерелгән, ярҙарынан сыҡҡан йылғалар бер нисә ауылды йыуып киткән. Һәләк булыусылар бар, әммә уларҙың һаны хаҡында әлегә теүәл мәғлүмәт юҡ. Оҙайлы ямғырҙар ауыл хужалығына ҙур зыян килтергән. Синоптиктар әйтеүенсә, ямғырҙар әлегә туҡтамаясаҡ.

Теракт ғүмерҙәрҙе өҙгән

Төркиәнең Рейханлы ҡалаһында бер юлы ике теракт булған.
Мэрия һәм үҙәк почта бүлексәһе эргәһендәге ике автомобилгә бомбалар һалынған.
Бомбалар 15 минутлыҡ интервал менән шартлаған. Һөҙөмтәлә 46 кеше һәләк булған, 155-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. 11 йәмәғәт бинаһы, 293 фатир, 450 офис емерелгән, 62 автомобиль эшлектән сыҡҡан. Терактты ҡылыуҙа ғәйепләнгән туғыҙ кеше ҡулға алынған.
Сүриә властары шунда уҡ был хәлгә үҙҙәренең ҡыҫылышы булмауы хаҡында хәбәр итеп, төрөктәргә террорға ҡаршы бергә көрәшергә тәҡдим иткән.

Астың асыуы яман

Испанияла халыҡ ҡала урамдарына сығып, ил властарының ҡаты иҡтисади сәйәсәтенә ҡарата дәғүәләрен белдергән.
Испандар эш хаҡын ҡыҫҡартҡан, бушлай медицинаны һәм мәғарифты бөтөргән һәм эшһеҙлекте үҫтергән хөкүмәттең отставкаға китеүен талап иткән.
Яңы реформалар арҡаһында һуңғы айҙарҙа ғына илдә эшһеҙлек кимәле 27 процентҡа артҡан. Ә был алты миллиондан ашыу кеше эшһеҙ ҡалған тигән һүҙ.


Себер урмандары яна

Әлеге мәлдә Себерҙә 10 мең гектар урманды ут ялмаған.
Иң көслө янғын Бүрәт Республи­каһында ҡотора – ете районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Тывала ла шундай режим индерелгән. Меңгә яҡын кеше янғынға ҡаршы көрәшеүгә йәлеп ителгән. Әле мең ярым берәмек техника (шул иҫәптән авиация) утты һүндереүҙә ҡатнаша.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә