14.05.2013 “Бәләкәй” эшҡыуарҙар, ярҙам һорарға мөмкин
Ошо аҙнала республикала “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү” махсус программаһы (2013 – 2018 йылдарға иҫәпләнгән) буйынса финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул ителә башлаясаҡ.
Бында эшҡыуарҙар түбәндәге сығымдарына өлөшләтә субсидия юллай ала: лизинг буйынса түләүҙәргә; сит илдәрҙә күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу буйынса тотонған сығымдарға; тауар экспортлау өсөн мөһим булған ҡануниәт талаптарын үтәү буйынса түләнгән аҡсаға; белем алыуға бәйле түләүгә (эшсе кадрҙар әҙерләү, уҡытыу, квалификацияһын күтәреү). Шулай уҡ энергия һаҡлау һәм 500 кВт-ҡа тиклемге электр энергияһы селтәре хужалығы объектына ҡушылыу программаларын бойомға ашырыуҙа ҡатнашыусы эшҡыуарҙарҙың сығымдарын субсидиялау мөмкин.
Документтар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктә (Республиканское государственное автономное учреждение Многофункциональный центр предоставления государственных и муниципальных услуг) ҡабул ителә. Бөтә мәғлүмәтте БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан алырға мөмкин.