RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алыҫ Көнсығыштан Берлинғаса яу юлдары үтеп

10.05.2013 Алыҫ Көнсығыштан Берлинғаса яу юлдары үтеп

Алыҫ Көнсығыштан Берлинғаса яу юлдары үтеп98 йәшлек ҡаһарман яугир Ғиниәт Хәкимов хәрби хеҙмәттән туп-тура фронтҡа китә
Бормаланып аҡҡан Йүрүҙәндең һул яғында берәм-берәм өйҙәр менән бер урам булып һуҙылып киткән Күҫәләр ауылы бынан йөҙ йыл элек тә ошо урында булған, оло ауылдарҙан һаналған. Башҡа ерҙәрҙәге һымаҡ был төбәктә лә үҙенсә тормош ҡайнаған. Яҙын сәскәндәр, көҙөн урғандар, өйләнешкәндәр, балалар үҫтергәндәр…
Тап ошо ауылда 1915 йылдың 3 мартында беҙ һөйләйәсәк геройыбыҙ Ғиниәт Әбделғәлим улы донъяға килә. Уның иҫ белә башлаған осоро граждандар һуғышы менән бәйле, «Ҡартатайымды – аҡтар, атайымды ҡыҙылдар ылауға (аттары менән йөк ташыу эшенә) алып киткәндәрен хәтерләйем», − ти бөгөн Ғиниәт ағай.
Ул заманда ауылда мәктәп булмай. Бәләкәйҙән Йүрүҙән аша Арҡауылға йөрөп уҡырға тура килә. Уҡырға ынтылышы булған зирәк бала Мәсәғүт педагогия техникумында уҡый. Миәшәгәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, Салауат район мәғариф бүлегендә методист-инспектор булып эшләй. Ошо ваҡытта ул үҙе менән бергә уҡыған Мәсетле ауылы ҡыҙы Сәлимәгә өйләнә. Йәштәр бергә йәшәп тә өлгөрмәй тиерлек – Ғиниәтте армия сафына алалар. Шулай итеп, 1939 йылдың сентябрендә райондан 36 егетте поезд Алыҫ Көнсығышҡа алып китә.
Ғиниәт Хәкимов Хабаровск ҡалаһында урынлашҡан 181-се артиллерия полкына эләгә. Ошонда ул полк мәктәбен тамамлай һәм иҫәпләү (вычислительное) бүлеге командиры булып китә. Армия сафына алынған белемле, һәр яҡлап зирәк егет Алыҫ Көнсығыш хәрби округы буйынса үткәрелгән «Иң яҡшы иҫәпләүсе» ярышында 52 һуғышсы араһынан еңеүсе булып сыға. Округтың хәрби күнекмәләренә Ғиниәт әҙер­ләгән артплан ди­визия коман­дование­һының маҡтауына лайыҡ була. Уның фотоһы Алыҫ Көнсы­ғыш хәрби округы стендында урын ала.
Хәрби хеҙмәтенең аҙағына яҡынлашҡан ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ғи­ниәт хеҙмәт иткән 181-се артполкты әлегә ҡуҙ­ғат­майҙар, сөнки ул был яҡтан һуғыш менән янаусы Япо­нияның Квантун ар­мия­һына ҡаршы позицияла тора. 1943 йылда полкты бөтә составы менән Көнбайыш фронтҡа күсерәләр. Шунда уҡ Серпухов ҡалаһында артиллерия часы төҙөлә. Был часть 13-сө артиллерия дивизияһы составындағы 88-се ауыр гаубицалы емергес бригада тип атала башлай.
Ғиниәт Әбделғәлим улы ошо часта бригаданың иҫәпләү командаһы начальнигы вазифаһында 1943 йылдың 1 майынан 1945 йылдың 9 майына тиклем старшина званиеһында яу юлын үтә.
Ул хеҙмәт иткән часть башҡа подразделениелар менән бергә Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа гел алғы һыҙыҡта була. Һуғышҡа тиклем үк хәрби әҙерлек үткән, хәрби һөнәргә эйә булған, тормошто, тарихты яҡшы белгән Ғиниәт Әбделғәлим улы ысын яугир булып, һуғыштың һәр осоронда үҙен тапҡыр, көслө ихтиярлы кеше итеп күрһәтә. Һәр ауылдан, һәр ҡаланан һуғышҡа ингән Ғи­ниәт Хәкимов һы­маҡ егеттәр беҙҙең ар­мияның нигеҙен тәш­кил иткәнгәлер, еңеү беҙҙең яҡта булып сыҡҡандыр ҙа инде. Яугирҙың үт­кән юлы ошоно иҫбатлай. Ғиниәттең Курск дуғаһындағы беренсе алышҡа инеүе 1943 йылдың 12 июлендә Ново­силь районында дош­ман оборонаһын өҙөүҙә ҡатнашыу була. Ун көн барған ҡаты һуғыштан һуң Орел ҡалаһы дошмандан азат ителә. Ошо операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул «За боевые заслуги» миҙалы менән наградлана.
Алыҫ Көнсығыштан Берлинғаса яу юлдары үтеп1943 йылдың 5 авгусында немецтарҙың йәйге һөжүмдәре өҙөлә һәм Белгород ҡалаһы азат ителә. Ғиниәт Хәкимов Курск дуғаһындағы икенсе наградаһына − «За отвагу» миҙалына лайыҡ була.
Һөжүмгә күсеп, беҙҙең ғәскәр­ҙәр Украина, Белоруссияны азат итеп, Прут һәм Серет йылғаларын кисеп, илебеҙ сиктәрен үтә. Һәм Румынияны азат итеү өсөн һуғышалар. Ғиниәт хеҙмәт иткән артбри­гада Курск дуғаһындағы һуғыштар­ҙа бигерәк ныҡ айырылып торған частар рәтенә инә. Ул Сумы, Полтава, Киев ҡалаларын азат итеүҙә айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 13-сө артиллерия дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡлы үтеп инеүсе Киев дивизияһы тип атала башлай.
1944 йылдың 11 ғинуарында дивизия немецтарҙың ҡамауына эләгә. Бында ла Ғиниәт тапҡырлыҡ күрһәтә − штабтың байрағын, элемтәселәрен ҡамауҙан алып сыға.
Ошо уҡ йылдың июнендә старшина Ғиниәт Хәкимов I Украина фронты составында Владимир Волынский ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Шунан һуң ул хеҙмәт иткән бригада 88-се ауыр гаубицалы Богдан Хмельницкий исемендәге II дәрәжә орденлы Владимир Волынский емергес бригадаһы тигән исем ала. Был алышта ҡатнаш­ҡаны, күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл йондоҙ орденына лайыҡ була.
Артабан Ғиниәт Хәкимов I Ук­раина фронты составында һуғыша. Беҙҙең ғәскәрҙәр Чехословакияны азат итеү өсөн Оппельн, Опава, Оломуц ҡалаларына бәреп инә. Мәскәү ошо операцияларҙың уңышы өсөн салют бирә. Ошонан һуң I Украина фронты Гер­манияға ҡарай ҡыйыу юл тота. Прага ҡалаһын алғас, Ғиниәт менән бергә һуғышыу­сы ра­дистар Мәскәү тауышын ише­тә. Был алыҫ тауыш Германия ар­мияһының капитуляцияһы тура­һын­дағы хәбәр, Еңеү көнө була.
Бөйөк Ватан һуғышына Ғиниәт Хәкимов ысын мәғәнәһендә аңлы, әҙерлекле, ил­дәр­ҙе, халыҡтарҙы азат итеүсе һалдат булып барып инә. Һуғышта, иҫәп-хисап командаһы командиры булараҡ, уға күп хәрби операцияны әҙерләүҙә ҡатнашыр­ға тура килә. Башҡорт егете әҙерләгән һуғыш планының биремдәре буйынса дошмандың алғы һыҙығы, ут асыу нөктәләре, күҙәтеү пункт­тары, дзоттары, дошман тупланған урындар утҡа тотола.
Яугирҙың хеҙмәт һәм һуғыш юлы оҙайлы ла, ауыр ҙа, данлы ла. Уға бергә һуғышҡан иптәштәрен, командирҙарын юғалтырға, ҡайһы ваҡыт үлектәр аша атлап йөрөргә лә тура килә. Освенцим тотҡондарын азат итеү күренеше ҡарт һалдат йөрәген һаман тетрәндерә. Бөтә һуғыш буйына ул фронттың алғы сафында йөрөй.
1945 йылдың 20 ноябрендә Ғиниәт Әбделғәлим улы, һуғыш юлдары аша үтеп, Алыҫ Көнсығыштан Берлинғаса етеп, Тыуған ил, Европа илдәренең азатлығы өсөн ғүмеренең иң йәш, иң көслө сағын биреп, тыуған яғына, Күҫәләр ауылына, ҡайтып төшә.
1946 йылдан фронтовик уҡыу-уҡытыу эшенә сума. Тәүҙә уны Лаҡлы балалар йортона директор, һуңынан Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй­ҙәр. Утты-һыуҙы кискән, күпте күргән белемле егет мәғариф эшендә лә бик кәрәк була.
Тормош иптәше Сәлимә менән дүрт ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр. Тик һөйөклө тормош иптәшен генә сир был донъянан иртә алып китә. Һөйгән ҡатынын һуңғы юлға оҙатыу нисек кенә ауыр булмаһын, Ғиниәт ағай юғалып, бөтөрөнөп ҡалмай, балаларын тәрбиәләүгә бөтә көсөн бирә. Улар барыһы ла уҡып белем ала, һәр береһе матур итеп донъя көтә.
Бына үҙе менән бергә йәшәгән кесе улы Рөстәмгә лә 56 йәш тулып уҙҙы. Төп йортта йәнле тормош ҡайнай. Рөстәмдең тормош иптәше кешегә һәр саҡ яғымлы, уңған. Айгөл ҡайныһы Ғиниәтте үҙ атаһындай тәрбиәләй, ҡарай. Сабыр холоҡло, түҙем ҡатын ҡарт фронтовиктың ғүмерен тағы ла оҙонайтыу өсөн барыһын да эшләй.
Хөрмәтле уҡытыусы, батыр һуғышсы Ғиниәт Әбделғәлим улына 98 йәш тә тулып уҙҙы. Ул үҙ ауылында ғына түгел, хатта беҙҙең тирәләге ауылдар өсөн иң оло кеше. Иҫ киткес һоҡланғыс, фәһемле тормош юлы үткән матур, батыр кеше. Шундай кешеләр Еңеүебеҙҙең таянысы, тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәт үрнәге булып тора.
Һинең күркәм тормош юлың беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ысын йәшәү өлгөһө!

Әхмәҙи ЙЫҺАНШИН,
педагогик хеҙмәт ветераны.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә