RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

01.11.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...ҡыуандырҙы
«Ер аҫтынан сыҡҡан кешеләр» – Чили шахтер­ҙары шахтала тотҡонлоҡта булған ваҡытта үҙ-үҙенә, яҡындарына биргән вәғәҙәләрен үтәй башланы. Биш шахтер сиркәүгә барып, никахын законлаштыр­ған. Тик шуныһы – хәҙер уларзың һәр береһенең тормошон киң матбуғат саралары күҙ уңынан ысҡындырмай. Күп кенә шахтерҙар ошо айҡанлы ризаһыҙлыҡ белдергән. Ни тиһәң дә, улар – һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырға яратҡан сәхнә «йондоҙ»ҙары түгел, ысын мәғәнәһендә бәләгә тарыған, әммә ауырлыҡты еңеп сыҡҡан кешеләр.
Шахтерҙар араһында законлы рәүештә өйләнеү генә түгел, башҡа эштәр менән булышыусылар ҙа күп. Берәүҙәр мохтаждарға матди ярҙам күрһәтергә тырыша, икенселәр рухи яҡтан үҫешә.

...ҡайғыртты
Индонезияның Суматра утрауында цунами арҡаһында кәмендә 311 кеше һәләк булды, 400-ҙән ашыу кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаларға эләкте. Етмәһә, хәбәр­һеҙ юғалғандар ҙа бихисап, 400-ләгән кешене таба алмайҙар.
Шишәмбелә Индонезияның әлеге утрауына ҡот осҡос ҙур тулҡындар ябырылды. ҡасып ҡотолғандар, ә улар 4 мең тирәһе кеше, әлегә башҡа утрауҙарҙа йәшәп тора. Ләкин бында йәшәрлек шарттар бар тип әйтеп булмай. Улар палаткаларҙа көн итә, дарыуҙарға, аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисерә.
Цунами арҡаһында матди юғалтыуҙар ҙа күп. Кешеләр йорт-ҡураһыҙ, мал-тыуарһыҙ тороп ҡалған.
Бынан тыш, илдә Мерапи янартауы атылыуы һөҙөмтәһендә лә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Ут 30 кешенең ғүмерен өҙгән. 36 мең кеше эвакуацияланған.

...һоҡландырҙы
Нимә-нимә, ә француздар үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшә белә. Әле улар, бөтә донъяны дер һелкетеп, пенсия тармағындағы реформаларға ҡаршылыҡ күрһәтеп, забастовкаларға сыҡты. Француздар пенсияға сығыу йәшен арттырыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Марсель ҡалаһының сүп-сар таҙартыусылары протест рәүешендә эшенән баш тартҡан. Һөҙөмтәлә урамдар ике аҙна эсендә шул тиклем бысранған, матур ҡала үҙе үк ҙур бер сүплек һауытына оҡшай башлаған.
Сүп-сар менән тулған урамдарҙағы еҫте бөтөрөү, 11 октябрҙән бирле йыйыл­ған 10 мең тонна сүпте йыйып алыу еңелдән булмаясаҡ. Етмәһә, йыйыштырыусылар баш күтәреүҙе дауам итергә лә йыйына. Тик сүпкә бәйле йыш ҡына янғындар сығыуы, ауыр еҫ таралыуы арҡаһында ҡаршылыҡты ваҡытлыса туҡтатып торор­ға булғандар.

...өмөтләндерҙе
Мәскәүҙең яңы мэры Сергей Собянин, илдең баш ҡалаһы халҡын ҡыуандырып, автомобиль тығындары мәсьә­ләһен кәңәшмәлә тикшерҙе. Билдәле булыуынса, Сергей Собянин ҡалала өҫтәмә парктар булдырырға һәм ойошторорға, төп транспорт үҙәктәрен тиҙерәк төҙөп бөтөрөргә, йәмәғәт транспорты хәрәкәтен оптималләштерергә тырыша. Һәр хәлдә, тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү планын тәҡдим итә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә