07.05.2013 Чиновниктар парта артына ултырасаҡ
Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен башҡорт һәм рус телдәре буйынса дәрестәр көтә.
Рус теле һәм тел сәнғәтенән курстар, башҡорт теле башланғыс дәрестәре май – июль айҙарында ойоштороласаҡ. Чиновниктарҙың тел мәсьәләләре менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, филологтары, Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары шөғөлләнәсәк.