07.05.2013 Ветерандарға – ил башлығының ҡотлауы
Рәсәй Президентының ил ветерандарын Бөйөк Еңеү көнө менән шәхсән хат ебәреп ҡотлауы матур йолаға әүерелде.
Быйыл Владимир Путин ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау открыткаларын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл ветерандары 3 майҙан ала башланы. Барлығы 96 меңдән ашыу хат таратыласаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, почтальондар уларҙы ветерандарҙың ҡулына тапшыра. Шулай ҙа, почта бүлексәләренән хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер ветерандарҙы таба алмайҙар икән. Был осраҡта хат почта бүлексәһендә бер ай буйы һаҡланасаҡ – хат ташыусылар ҡотлауҙарҙы шәхсән тапшырыу өсөн бөтә көсөн һала, ҡабат-ҡабат йорттарға, фатирҙарға килә, ветерандарҙың яңы адрестарын асыҡлай.