30.10.2010 Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 октябрендәге «2010 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы 869-сы ҡарары менән, хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн, шәмбе – 13 ноябрҙәге ял көнө йомаға – 5 ноябргә күсерелә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 8 октябрендәге 1082-се бойороғона ярашлы, 2010 йылда 16 ноябрь – ҡорбан байрамы – ял көнө тип иғлан ителә.
Шаршамбы – 3 ноябрҙә һәм дүшәмбе – 15 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда Башҡортостан Республикаһында 4, 5, 6, 7 һәм 16 ноябрь ял көндәре булып тора.
Т. АМАНОВ.