RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Валентина Матвиенко: «Үҫешегеҙ кәйефте күтәрерлек»

26.04.2013 Валентина Матвиенко: «Үҫешегеҙ кәйефте күтәрерлек»

Валентина Матвиенко: «Үҫешегеҙ кәйефте күтәрерлек»Өфөгә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко килеп китте. Ул баш ҡалала республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты, Башҡорт дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт медицина университеттарында булды. Рөстәм Хәмитов Мәскәү ҡунағын республикалағы дөйөм күрһәткестәр менән таныштыр­ҙы, үткән йыл һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.

Башҡортостан йәшәй, эшләй, инвестициялар йәлеп итә

Дөйөм алғанда, былтыр республика ярайһы уңыштарға ирешкән – сәнәғәттә етештереү күләме арта төшкән, төбәк тулайым продукты биш процентҡа үҫкән, эш хаҡы буйынса ла ыңғай һөҙөмтәләр бар. Әйткәндәй, республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы – 21500 һум.
Тағы ла айырым тармаҡтарға туҡталғанда, машиналар эшләү, нефть эшкәртеү эштәре тотороҡло бара. Торлаҡ төҙөү буйынса илдә 5 – 6-сы урында киләбеҙ. Былтыр бөтәһе ике миллион 300 квадрат метр майҙан файҙаланыуға тапшырылған, шуның 70 проценты – шәхси торлаҡ. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн эконом класлы торлаҡ төҙөү программаһы киң йәйелдерелә. Социаль торлаҡтың хаҡы квадрат метрына 28 – 32 мең һум самаһы булыуы ихтимал.
Инвесторҙар йәлеп итеү хаҡында айырым һүҙ. Был юҫыҡта беҙҙә махсус сәйәсәт алып барыла һәм һәр потенциаль инвестор менән шәхсән етди һөйләшелә. Быйыл ике ҙур предприятие төҙөлөшө башланырға тора: “Альстом” (“Alstom”) француз компанияһы менән ”Русгидро” берлектә уртаса һәм бәләкәй ҙурлыҡтағы гидротурбиналар етештереү буйынса машина эшләү заводы һаласаҡ. Хаҡы алты миллиард һумға төшә. Июндә ағас эшкәртеү заводына нигеҙ һалыу күҙалланған.
Ауыл хужалығында ла, үткән йылдарҙағы ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ыңғай һөҙөмтәләр бар.

Республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары милли тикшеренеү университеты статусын алырмы?

Валентина Матвиенко белдереүенсә, ул һәр төбәктә мотлаҡ вуздарға инеп сығырға тырыша. Өфөлә лә спикер ике университетта булды.
Өфө дәүләт авиация техник университетын, Матвиенко, инженерҙар әҙерләү флагманы, тип атап, һуңғы йылдарҙа булдырылған лабораторияларҙың, ғилми-уҡыу комплекстары эше менән танышты, вуздың үҫеше өсөн ҡыуаныуын белдерҙе.
Башҡорт дәүләт медицина университетында былтыр буласаҡ табиптар – акушер-гинеколог, анестезиолог, неонатологтар өсөн симуляция үҙәге (ул компьютерлаштырылған манекен-роботтарҙан ғибәрәт) асыл­ған. Үҙенсәлекле ҡорамалдар буласаҡ табиптарға тәжрибә тупларға ярҙам итә. Университеттың клиникаһында ла яңы корпустар төҙөү ҡарала, бынан тыш, күҙәнәк технологиялары институты булдырыу өсөн Федераль медик-биология агентлығынан 250 миллион һум аҡса бүленәсәк. Федерация Советы Рәйесе барлыҡ яңы проекттарҙы хуплауын белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов Валентина Матвиенкоға Өфө вуздарына милли тикшеренеү университеты статусы алыуҙа булышлыҡ итеүен һорап мөрәжәғәт итте. Спикер, ярҙам булыр, тип ышандырҙы.

“Ҡурайҙа һыҙғыртып ҡараным…”

Валентина Матвиенко баш ҡала журналистарының һорау­ҙарына ла яуап бирҙе. Федерация Советы етәксеһе фекеренсә, Башҡор­тостан – илдең үҫешкә ҙур потенциалы булған ҡеүәтле төбәге, һәм республика етеҙ темптар­ҙа үҫешә лә. “Баш­ҡортостан Рәсәй Прези­дентының уҡытыусыларға, табиптарға эш хаҡын арттырыу буйынса Указын үтәүгә өлгәшкән. Балалар баҡсалары төҙөү буйынса ла рекордсмен, тыуым йәһәтенән дә яҡшы тенденция һаҡлана”, – тип баһа бирҙе Матвиенко ханым, Өфөлә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып. Ул беҙҙән көр кәйеф менән ҡайтасағын да белдерҙе.
Ошо көндәрҙә Белгородта булған фажиғәгә бәйле һорауға яуап итеп, Матвиенко илдә ҡорал һатыуға ҡағылышлы ҡануниәтте ҡәтғиләштереү яҡлы булыуын әйтте.
Валентина Матвиенко ҡурай моңона битараф түгел. Эш шунда – былтыр сентябрҙә уҙған АТЭС саммитында уға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡурай бүләк иткән. Валентина Ивановна милли музыка ҡоралыбыҙға өрөп ҡараған һәм ниндәйҙер өн дә сығара алған. Юлдашевтың концерты үҙен иҫ киткес һоҡландырыуы хаҡында ла белдер­ҙе ул.

Әйткәндәй

2014 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан илдә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Валентина Матвиенко белдереүенсә, бөгөн, ысынлап та, рухиәтте, әхлаҡты үҫтереү – мөһим бурыс, ә ошо тәңгәлдә тап мәҙәниәттең роле иҫ киткес ҙур. Махсус йылда айырыуса ауылдарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәниәтте тергеҙеү программалары ҡабул ителәсәк. Был юҫыҡта төрлө мәҙәниәттәргә бай төбәк Башҡортостан да, һис шикһеҙ, үҙ өлөшөн индерәсәк.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә