RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

26.04.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Көйөндөрҙө...
Был аҙнала беҙҙе...Бангладешта һигеҙ ҡатлы сауҙа үҙәгенең ишелеүе арҡаһында ҡорбандар һаны артҡандан-арта бара.
Әлегә 150 кешенең һәләк булыуы, биш йөҙләп халыҡтың йәрәхәтләнеүе хаҡында билдәле. Емереклектәр аҫ­тында тағы кешеләр бар. Иҫән ҡалғандарҙы эҙләшергә урындағы халыҡ та әүҙем ярҙам итә.
Бинала, йөҙәрләгән магазиндан тыш, дүрт тегеү фабрикаһы һәм банкылар урынлашҡан булған. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында унда 6 мең самаһы кешенең булыуы мөмкин. Шаһиттар әйтеүенсә, бер стена ярыҡ булған, етәкселек бинаның авария хәлендә булыуын белһә лә, бер ниндәй ҙә сара күрмәгән.

Аптыратты...
Рәсәйҙәге “атаҡлы” пирамида, мо­ғайын да, тиҙҙән бөтә ер шарын солғап алыр, сөнки тиҙ һәм еңел байырға теләүсе йүләрҙәр күп.
Һүҙ Сергей Мавродиҙың “МММ” финанс пирамидаһы хаҡында бара. Ул Һиндостанда “үҫеп” ята, имеш. Был илдең өс штатында халыҡ әлеге алдаҡ йәтмәһенә эләгә бара, эләгә бара, ти. Хатта урындағы енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы, мутлыҡ ҡорбаны булып ҡуймағыҙ, тип халыҡҡа иғлан яһап йөрөргә мәжбүр.
Ҡасандыр бихисап асыҡ ауыҙҙан еңел генә аҡса йыйып “бейегәйгән” пирамида нигеҙендә ныҡ ултыра, буғай.

Кәйефләндерҙе...
Рәсәйҙең иң популяр спорт үҙәктәренең береһендә − “Шерегеш” тау-саңғы курортында күңелле һәм ҡыҙыҡ акция ойошторолған.
Сноубордсылар һәм саңғысылар купальниктарҙа бер юлы Йәшел тауҙан шыуып төшкән. Сарала барлығы 700 кеше ҡатнашҡан. Был һан Канадала ошондай уҡ шыуыуҙа әлегә тиклем рекорд тип иҫәпләнгән күрһәткесте уҙып киткән. Унда ни бары 250 кеше булған.
Шерегешта 1981 йылда уҡ төҙөлгән тау-саңғы комплексы донъяла иң алдынғыларҙан иҫәпләнә, шыуыу миҙгеле ноябрҙән апрель аҙағына тиклем дауам итә.



Ҡыуандырҙы...
Шишәмбелә РФ Дәүләт Думаһында уҙған кәңәшмәлә һүҙ сит илдәрҙә мөлкәте һәм байлығы булған чиновниктар тураһында барҙы.
Тауыш биреүҙәр күрһәтеүенсә, чиновниктарҙың сит илдәрҙә шәхси күсемһеҙ милке, банкыларҙа аҡса иҫәбе булырға тейеш түгел. Ә кемдең әлеге ваҡытта сит ил банкыларында иҫәптәре бар, уларҙы тиҙ арала (5 ай эсендә) ябырға бурыслы.
Чиновниктар төркөмөнә, власть вә­кил­дәренән тыш, Федераль именлек хеҙ­мәте, банкылар, дәүләт корпорациялары, прокуратура етәкселәре, уларҙың урынбаҫарҙары кеүек дәүләт шәхестәре инә.
Был закон проектын әҙерләүгә халыҡ фекере сәбәпсе булған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә