23.04.2013 Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнде
21 апрелдә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Урындағы үҙидара көнө билдәләнде. Байрам алдынан Өфөлә республика муниципаль хеҙмәтенең иң яҡшы вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ власты үҙәкләштереүҙе алмаштырыу сәйәсәтен алып барабыҙ. Ҡарарҙар ҡабул итеү, йәшәү сифаты өсөн яуап биреү үҙәге урындарға күсә. Был мөһим процеста үҙидара әһәмиәтле роль уйнай. Ул халыҡ власы принциптарын нығытыуға булышлыҡ иткән төп институт булырға тейеш, – тип мөрәжәғәт итте муниципалитеттар вәкилдәренә Башҡортостан Президенты.
Президент билдәләүенсә, урындағы үҙидара халыҡҡа иң яҡын торған власть кимәле генә түгел, ә халыҡ власының үҙе булырға, теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә аныҡ вәкәләттәргә һәм ресурстарға эйә булырға тейеш. Әле урындағы үҙидараның барлыҡ мөмкинлектәрен файҙаланабыҙ, иҡтисадты үҫтереү, муниципалитеттарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу алымдарын тулыһынса ҡулланабыҙ, тип әйтә алмайбыҙ.
Бөгөн республиканың урындағы үҙидара органдарында һигеҙ меңдән ашыу муниципаль хеҙмәткәр эшләй, депутаттар корпусында туғыҙ меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Муниципаль учреждение һәм предприятиеларҙа тағы ла тиҫтәләгән мең кеше һанала.
Башҡортостан Президенты уңышлы эшләгән бер нисә етәксенең исемен атаны. Улар иҫәбендә – Мәүҙиғә Баймөхәмәтова (Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауыл биләмәһе), Рәйсә Сатаева (Краснокама районы, Арыҫлан ауыл биләмәһе), Салауат Байғүбәков (Хәйбулла районы советы секретары), Рәмзиә Вәлиева (Саҡмағош районы, Бәшир ауыл биләмәһе), Наил Хәлиуллин (Өфө ҡалаһы, Совет районының 10-сы биҫтәләге территориаль йәмәғәт үҙидараһы етәксеһе).
Иң яҡшы үҙидара хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградалары тапшырылды. Ейәнсура, Күгәрсен, Иглин, Мәләүез, Баймаҡ, Бөрө райондары, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама ҡалалары “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеү яулағаны өсөн бүләкләнде.
Әйткәндәй
Башҡортостан Президенты Урындағы үҙидара көнөнә ҡарата ойошторолған сарала сығыш яһап, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы тураһында ла әйтеп үтте. Конкурста 41 райондан йөҙгә яҡын ауыл ҡатнашып, еңеүселәр – Салауат районының Көҫәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылы 200-шәр мең һум аҡса алған.
Ошо сараға бәйле ауылдарҙа йәмәғәтселек эш башлағас, магазин кәштәләренән спиртлы эсемлектәр алынған, енәйәтселек кәмегән, мәҙәни тормош йәнләнеп, демографик хәл дә яҡшырған. Был – әүҙем кешеләрҙең үҙ проблемаларын үҙҙәре һөҙөмтәле хәл итеү миҫалы.