23.04.2013 Федоровка районы – республика етәкселеге иғтибарында
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән шәмбелә Федоровка районында булып, төбәктең йәшәйеше менән танышты.
Балыҡлы ауылындағы “Уҡ” (“Стрела”) етештереү берекмәһе 2011 йылда ғына барлыҡҡа килгән. Ул яғыулыҡ энергетика комплексы, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн торба деталдәре етештерә. Был тармаҡ һөнәренә эш урынында уҡ өйрәнергә тура килгән, сөнки торба бөгөүгә һөнәри училищеларҙа уҡытмайҙар. Былтыр ғинуарҙа тәжрибәләр һәм хаталар аша бөтә талаптарға яуап биргән тәүге продукция сығарылған. Бер айҙан һуң заказдар алынған. Бөгөн иһә эш көйләнгән.
Рөстәм Хәмитов эш барышы менән танышты, киләсәккә пландар хаҡында һорашты. Предприятие атом сәнәғәте өсөн продукция етештереүгә лә күсергә ниәтләй. Был йәһәттән Президент республика хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Шароновҡа “Стрела” етәкселеген атом сәнәғәте вәкилдәре менән таныштырырға күрһәтмә бирәсәген белдерҙе.
Артабан Рөстәм Хәмитов Фрунзе исемендәге хужалыҡтың “500 ферма” проектына ярашлы үҙгәртеп ҡоролған малсылыҡ биналарын ҡараны. Ферманы яңыртыу өсөн республика бюджетынан 9,6 миллион һум аҡса бүленгән. Заманса ҡорамалдар урынлаштырылған, мәҫәлән, махсус һыуытыу аппараты һөттөң юғары сифатлы булыуын тәьмин итә. Әле комплекста һауынсының уртаса эш хаҡы 8 – 11 мең һум самаһы. Әммә, һауым күләменә ҡарап, ике тапҡырға күберәк хеҙмәт хаҡы алыусылар ҙа бар.
Ошо уҡ хужалыҡтың машина-трактор оҫтаханаһына ла килеп, Президент, техника торошон ҡараны, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә баһа бирҙе. “Техника һатып алһағыҙ, субсидия түләнәсәк. Моғайын, сығымдарҙың 40 процентҡа тиклемен республика бюджеты күтәрер”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Президент Покров-Еннат монастырында, үҙәк район дауаханаһында булды, физкультура-һауыҡтырыу комплексына ла инеп сыҡты. Һуңғыһында республика етәксеһенән бассейн төҙөү мөмкинлеген һоранылар.
Әйткәндәй, ул төбәктәргә сыҡҡан һайын урындағы магазиндарға инеп, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙың булыу-булмауы менән дә ҡыҙыҡһына. Федоровкала ла ауыл магазинында туҡталды.
Район активы менән осрашҡанда, Рөстәм Хәмитов урында күргәндәре менән ҡәнәғәт булыуын әйтте, үҫеш күрһәткестәре насар булмауын да белдерҙе. Әммә төбәктә халыҡ һаны кәмей, үлем күрһәткесе лә тыуымдан ашып киткән. Дөйөм алғанда, Федоровкала бәләкәй һәм урта бизнес, төҙөлөш йәһәтенән, йәштәрҙе тыуған яҡта ҡалдырып, эш менән тәьмин итеү буйынса арыу ғына ҙур эштәр башҡарырға кәрәк.