RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бала бәхетле булырға хоҡуҡлы

19.04.2013 Бала бәхетле булырға хоҡуҡлы

Бала бәхетле булырға хоҡуҡлыӨфөлә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII Бөтә Рәсәй съезы үтте. Унда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов ҡатнашты.
– Донъяға тыуған һәр бала дәүләт, йәмғиәт һәм ғаилә тарафынан яҡланған булырға тейеш. Был, иң беренсе сиратта, уның йәшәүгә булған хоҡуғына, квалификациялы медицина ярҙамына ҡағыла, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, форумда ҡатнашыу­сы­лар­ҙы сәләмләп.
Рөстәм Зәки улы республикала был йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып барылыуын билдәләп үтте.
– Республика етәксеһе булараҡ, минең өсөн һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда күҙәтелгән демографик үҫеш – иң төп ғорурлыҡ, – тине ул. – Былтыр республикала 59 мең бала донъяға килгән, был – һуңғы 20 йылдағы иң яҡшы күрһәткес. Бөгөн Башҡортостан Волга буйы федераль округында тыуым буйынса – дүртенсе, ә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренсе урынды биләй.
Уның фекеренсә, бындай уңыштарға медицина өлкәһен яңыртыу буйынса программаларҙы, «Һау­лыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән.
Республикала балаларға белем һәм тәрбиә алыу өсөн дә барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. Илдең күп төбәктәре өсөн балалар баҡсаһында урындар етмәү иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып торғанда, республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлөшө юғары темп ала бара. 2011 йылда – 10 мең, 2012 йылда 14 мең урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлһә, 2015 йылдың аҙағына тиклем тағы ла 30 меңгә яҡын бала балалар баҡсаһына йөрөй аласаҡ. Был маҡсатҡа 10 млрд һумға яҡын аҡса бүленгән.
Һәр бала бәхетле булырға хоҡуҡлы. Әлбиттә, ул ата-әсәһе янында ғына иң бәхетле кеше буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа бындай бәхеттән мәхрүм балалар ҙа бар. Республикала 18 мең етем бала иҫәпләнә, шуларҙың 90 проценты ғаиләгә тәрбиәгә алынған. Уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә 400 мең һум аҡса түләнә. Ә инвалид баланы уллыҡҡа алыусы ғаиләгә был сумманы тағы ла 100 мең һумға арттырыу күҙаллана.
– Илебеҙҙә балалар йорттары булырға тейеш түгел, уларҙан ҡотолорға кәрәк, – тип, Рөстәм Хәмитов был мәсьәләгә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе.
Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә иң ҡатмарлы мәсьәләрҙең береһе. Республикала уны хәл итеү өсөн барлыҡ саралар күрелә. Һуңғы биш йыл эсендә был маҡсат­ҡа 1,5 млрд һум аҡса бүленгән һәм алты меңдән ашыу етем бала үҙ йортона эйә булған. Был көндө иһә элекке балалар йорто тәрбиәләнеүселәре – йәш ғаилә Алена һәм Артем Вәлиевтар ике бүлмәле фатирға эйә булды.
Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә илебеҙҙә иғтибар ҙур. Республикала 170 мең ғаилә 20 төрлө социаль ярҙам ала. Һүҙен ҡеүәтләп, Президент күп балалы Старцевтар ғаиләһенә «ГАЗель» автомобиленең асҡысын тапшырҙы.
Балалар омбудсмены Павел Астахов форумда күтәрелгән мәсьә­ләләрҙең айырыуса мөһим һәм көнүҙәк булыуын билдәләне.
– Тормош үҙе, Барнаулда яңы тыуған балаларға үлемесле инъекция эшләү, Санкт-Петербургта балаға ВИЧ-инфекциялы кешенең ҡанын ебәреү, Вологда янында балаларҙың һәләкәткә осрауы, Бельгиялағы фажиғә кеүек һуңғы ваҡиғалар балаларға үҙ мәлендә, тейешле һәм сифатлы медицина ярҙамы алыу хоҡуғын тәьмин итеү мәсьәләһен уртаға һалып һөйләшеүҙе талап итә.
Павел Астахов билдәләүенсә, иң беренсе сиратта балалар ҡурсалау­ға һәм яҡлауға мохтаж. Шулар араһында айырыуса ауыр сиргә дусар булыусылар, инвалидтар һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар.
Павел Астахов был өлкәлә Рәсәй Президенты тарафынан ҡуйылған мөһим бурыстарҙы билдәләп үтте. Улар иҫәбендә – тыуғандан алып һәр балаға сәләмәт булып үҫеү өсөн шарттар булдырыу, бөтә балаларҙың да һаулыҡ һаҡлау системаһының сифатлы хеҙмәттәренә һәм стандарттарына эйә булыуын тәьмин итеү, сәләмәтлектәрен нығытыу, үҫмерҙәр медицинаһын үҫтереү.
Балалар омбудсмены съезда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын хәүефле статистикаға йүнәлтте. Рәсәйҙә 14 – 17 йәшлек үҫмерҙәр һанының кәмеүе күҙәтелә.
– 2011 йылда ул 6,3 процентҡа кәмегән. Нигеҙҙә, уларҙың үлемендә тәбиғи булмаған сәбәптәр ята, – тип, был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бирергә саҡырҙы.
Шулай уҡ үҫмерҙәр араһында суицидтың күбәйеүе лә уйланырға мәжбүр итә, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, 2011 йылда 100 мең балаға 2,7 суицид осрағы тура килә.
– Бөгөн, нигеҙҙә, сәләмәт балалар юҡ. Һуңғы йылда үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, уҡыу­сыларҙың 50 процентынан ашыуы етди нервы, ҡан, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән интегә, – тип, Павел Астахов балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандаларға, спортҡа ынтылыш тәрбиәләргә саҡырҙы.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә