RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»

23.10.2010 «Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»

Килде, күрҙе, һоҡландырҙы
«Бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел!»Был һүҙҙәрҙе бер көнгә генә баш ҡалабыҙға килеп, әллә күпме балалар учреждениеһында булып, уларҙағы хәл-торошто үҙ күҙҙәре менән күреп, балалар, тәрбиәселәр, республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән күҙмә-күҙ аралашып, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, ә кисен республика етәкселеге, балалар яҙмышына бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре һәм белгестәре алдында сығыш яһап, унан һуң республика киң мәғлүмәт саралары журналистары менән матбуғат конференцияһы үткәрергә лә өлгөргән РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин. Уның балалар хоҡуҡтарын яҡлау йүнәлешендә генә түгел, ғөмүмән, һәр йәһәттән дә киң ҡарашлы, Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә балалар хоҡуҡтары һәм ундағы хәл-торош менән тәрән хәбәрҙар булыуы, өҫтәүенә, оҫта оратор һәләте күңелде әсир итте. Уның, юрист булараҡ, балалар, әсә хоҡуҡтарын яҡлау закондарында балыҡ кеүек йөҙөүе һоҡландырҙы. Журналистар менән ике сәғәткә яҡын аралашыуында Башҡортостанда балаларға ҡағылышлы мәсьәләләрҙең, бер яҡтан, сетерекле лә, хәүефле лә икәнлеген, икенсе яҡтан, республикала был тәңгәлдә күп кенә ыңғай эшмәкәрлек алып барылыуын нәҡ унан ишетеп инандыҡ.

Балалар социаль йүнәлешле булып үҫергә тейеш
– Беҙ бөгөн яңы быуын – Рәсәйҙең алтын фондын тәрбиәләйбеҙ. Ул 15 йыл элек балаларҙы нисек туйындырырға, нисек кейендерергә, уҡытырға тигән проблема торҙо, – тине Павел Астахов. – Бөгөн бюджет, атап әйткәндә, республика бюджеты һеҙҙәге дәүләт ҡурсауында булған 300 мең баланы бөтә кәрәк-яраҡ менән, шөкөр, тәьмин итә алырлыҡ. Ә бөгөн булып киткән балалар йорттарындағы хәл-торош мине ҡәнәғәтләндермәне: көн һайын иртәнсәк уяныу менән баланың ҡарашы иң тәүҙә яланғас стеналарға, бигерәк ябай тәҙрә ҡорғандарына төшә, карауаты янындағы буш тумбочканың саҡ-саҡ аҫылынып торған ишеген асып яба. Һәм ул ошоға өйрәнә, күнеп китә, сөнки башҡа тормош-йәшәү рәүешен күрмәй. Был балалар­ҙа биш йылға социаль артта ҡалғанлыҡ күренеп тора. Ә патронат ғаиләләр тураһындағы закондың ғәмәлгә инеүенә – алты йыл.
Патронат ғаилә проблемаһына туҡталып, сығыш яһаусы, балаларҙы бындай ғаиләләргә урынлаштырыу социаль, иҡтисади, психологик параметр­ҙарҙан сығып башҡарылырға тейеш, тине. Балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүселәр булһа, уларҙың ниндәйерәк кеше булыуын, баланы тәрбиәгә алырға теләүе эскерһеҙлектән киләме, әллә булмаһа, аҡса өсөнмө икәнлеген асыҡларға, унан һуң патронат ғаилә мәктәбендә (бындай мәктәп булыуы бик хуп, тип билдәләне ул) тәүҙә ике аҙна уҡытырға, артабан тағы ла ике аҙна контролдә тоторға кәрәк, тип билдәләне. Бындай ғаилә, ағзалары бер-береһенә үҙләшеп, йәшәп китһә, уларҙы федераль, республика программаларында ҡаралған пункт­тар буйынса ғына түгел, ә унан тыш та дәртләндереү, ярҙам итеү кәрәклегенә күрһәтте ул.
Илдә балалар һаны йыл һайын 300 меңгә кәмей
Астахов балалар яҙмышына бәйле бик сетерекле мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Мәҫәлән, илебеҙҙә йыл һайын балалар һаны 300 меңгә кәмей бара. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 26,5 миллион бала йәшәй, ә Америкала – 72 миллион! Был факт үҙе генә лә беҙҙе уйланырға мәжбүр итергә тейеш. Балалар һаны кәмей, шул уҡ ваҡытта уларға ҡарата мөнәсәбәт тә киҫкенләшә.
– Ни өсөн малайҙар һәм ҡыҙҙар балалар йорттарынан ҡаса? – тигән һорау ҡуйҙы бала хоҡуғын яҡлаусы вәкил. Бының өсөн балалар учреждениеһы етәксеһенән шәхси яуап алырға кәрәк, тип өҫтәне ул һәм яңыраҡ Томск ҡалаһында балалар йортонан ҡасҡан өс ҡыҙ менән булған юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкә төшөрҙө. Уның тәҡдиме: сит илдәрҙәге кеүек, балалар йорттары менән ссуздар, вуздар араһында килешеү төҙөп, йәштәргә профйүнәлеш биреү маҡсатында студенттар өсөн балалар йорттарының ишектәрен асырға һәм уларҙы балалар учреждениеларында практика үтеүгә ылыҡтырырға кәрәк.

Федераль ҡотҡарыу телефоны – 1 800 2122
Сығыш яһаусы туҡталған тағы ла бер мәсьәлә – ғаиләлә лә ата-әсәләре тарафынан йәберләнеп йәшәгән балалар һанының күплеге. Өйөндә янъял ҡуптарған, һуғышҡан атайға ҡарата РФ Административ кодексында 15 тәүлеккә ҡулға алыу ғына ҡарал­ған. Тимәк, закон сығарыусылар йәмғиәт ысынбарлығы артынан ҡыуып етә алмай – яңы хоҡуҡи механизмдар тураһында уйлау мөһим. Юғиһә милиция хеҙмәткәрҙәре янъялсыны 15 тәүлеккә ултыртып сығар­ғандан һуң хәл тағы ла ҡабатлана, ә бының менән ҡыҙыҡһыныусылар, сара күреүселәр, дөрөҫөрәге, был эш менән шөғөлләнергә теләүселәр юҡ нисбәтендә.
– Йәберләнгән балаларға, әсәләргә ярҙам йөҙөнән федераль ҡотҡарыу телефоны – 1 800 2122 булдырылды, һәм ул ҙур хәрефтәр менән яҙылып, һәр ерҙә – балалар учреждениеларында һәм улар алдында, йәмәғәтселек урындарында, урамдарҙа эленеп торорға тейеш. Сөнки золом-йәбер күргән бала бындай мәлдәрҙә ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә белергә тейеш.
Ниңә тормошҡа күҙҙәре лә асылып етмәгән балалар унан үҙ ирке менән китә? Былтыр ил буйынса 1813 бала үҙ-үҙенә ҡул һалған булһа, Башҡортостан буйынса ла был күрһәткес һушты алырлыҡ – быйыл 53 бала суицид ҡылһа, былтыр 62 бала үҙ теләге менән яҡты донъя менән хушлашҡан. Ниңә иң ауыр аслыҡ һәм һуғыш йылдарында балалар түгел, өлкәндәр араһында үҙ ирке менән донъянан китеү тигән нимә булмаған да, бөгөн килеп тормош тәмен-йәмен татып та өлгөрмәгән фәрештәләй саф күңелле балалар баштарын элмәккә тыға, юғары ҡаттарҙан һикерә, ыу эсә... Уларҙы был аҙымға нимә этәрә, нимә мәжбүр итә? Тимәк, йәмғиәтебеҙ, йәшәү рәүешебеҙ, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, шул иҫәптән тәрбиә эше камил түгел...
Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә туҡталып, сығыш яһаусы, закон буйынса бындай­ҙарға фатир бүлеү мәсьәләһе өс йыл эсендә хәл ителергә тейеш, тине.
– Ауыр булһа ла, етәкселәр иңендә хәлдән сығыу юлын табыу зарурлығы ята. Башҡаса мөмкин түгел, – Астаховтың һығымтаһы шулайыраҡ яңғыраны.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә