RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Беҙҙең эште үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәйәсәк. Тырышайыҡ”

16.04.2013 “Беҙҙең эште үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәйәсәк. Тырышайыҡ”

“Беҙҙең эште үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәйәсәк. Тырышайыҡ”БР Президенты Рөстәм Хәмитов телеэфир аша халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе
Үткән кесе йомала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында республика халҡы һорауҙарына яуап бирҙе. Бындай форматтағы һөйләшеү бишенсе тапҡыр үткәрелде. Студияға муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистары саҡырылғайны. Уларҙан, электрон почтанан, тура линиянан алынған һорауҙар һаны өс меңдән ашты. Президент, әлбиттә, һорауҙарҙың күбеһенә яуап биреп өлгөрмәне, әммә был халыҡ мөрәжәғәттәре онотолдо тигән һүҙ түгел.
Түбәндә тура эфирҙа яңғыраған ҡайһы бер һорау-яуаптар.


Мәктәп ябылһа, ауыл бөтә…

Бөгөн көн үҙәгендә торған ошо проблема Президент менән һөйләшеү барышында Саҡмағош районы миҫалында күрһәтелһә лә, ул бик күп төбәктәргә хас. Нимә эшләргә? Халыҡ алдына ошондай һорау килеп баҫа. Һәм Президенттан яуап:
– Был һорау бик ҡатмарлы, етди һәм уға ябай ғына яуап та юҡ. Мин ауылда мәктәп ябылыуға ҡаршы. Мәктәбе ябылыу ауыл проблемаһы ғына түгел, ә был район, республика өсөн дә кире күренеш. Беҙ бөгөн мәктәп эшенә иҡтисади ҡараш тотҡондарыбыҙ. Биш йыл элек бер уҡытыусыға уртаса 15 уҡыусы тура килеүҙе күҙаллаған норматив раҫланған. Был федераль стандарт ил буйынса үтәлә, ҡайҙалыр хәл яҡшыра, ҡайҙалыр, киреһенсә. Беҙҙә әҙ комплектлы мәктәптәр күп. Был аңлашыла ла, сөнки халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй. Бәләкәй тораҡ пункт­тар ҙа байтаҡ. Былтыр педагогтарҙың август кәңәшмәһендә мәктәптәрҙе тотоу сығымдарын 20 процентҡа ҡыҫҡартыу тураһында һөйләгәйнем. Баҡһаң, иң еңел юлдан киткәндәр – мәктәптәрҙе ябыу юлы менән. Ә мәктәп эсендә экономиялауҙы оноталар. Артыҡ персоналы булған, йә электрҙы, газды артыҡ ҡулланған осраҡтар әҙ түгелдер.
Федераль нормативтарҙы фанатик рәүештә үтәүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Ә ауыл, ысынлап та, бик бәләкәй, йә бөтөп бара икән, яҡын тирәлә яҡшы интернатлы, заманса мәктәп булһа, ул саҡта уйларға мөмкин. Мәктәптәрҙе мөмкин тиклем һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.

Торатауға бер кем дә теймәйәсәк!

Ишембай районындағы был тау хаҡында һүҙ ҡуҙғатылмай ҡалманы. Был да бөгөн халыҡ хәүефләнерлек тема, сөнки Рөстәм Хәмитов былтыр уҡ Торатауға бәйле фекерен ҡәтғи генә әйтһә лә, һаман “Сода” йәмғиәте яғынан тауға яҫҡыныу тураһында хәбәр тынмай. Тура эфирҙа Президент үҙ фекерен йәнә ҡабатланы:
– Мин Президент булып эшләгән саҡта Торатауҙы берәү ҙә эшкәртмәйәсәк. Был минең аныҡ позициям. Был турала асыҡтан-асыҡ әйтәм. Торатау – тейелгеһеҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм изге тау, башҡорт халҡының тарихында ул ҙур әһәмиәткә эйә.
Шул ваҡытта предприятиены ябыу ҙа мөмкин түгел, сөнки унда меңләгән кеше эшләй. Тимәк, сеймал өсөн башҡа юлдар табыу мотлаҡ. Республиканың Ғафури, Ишембай, Архангел райондарында сеймал сығанаҡтары бар. Торатауҙы эшкәртеүгә ҡарағанда был ҡиммәтерәккә төшә-төшөүен, әммә тап ошо вариантты ғына ҡарарға кәрәк. Бынан тыш, сеймалды тәрәнерәк ерҙән сығарыу ысулын өйрәнергә, Шахтау ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе дауам итергә кәрәк. Бының өсөн яңы технология булдырыу, сода производствоһын яңыртыу талап ителә.

Һайлау – 2015

Республика Президенты 2015 йылда үтәсәк республика башлығын һайлау тураһында ла үҙ фекерен белдерҙе.
– Әле ике йыл ваҡытыбыҙ бар. Әгәр күҙаллаған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, халыҡ тормошон яҡшыртыуға өлгәшә алһаҡ, әгәр халыҡтың миңә ышаныс белдергәнен, мине ҙур түрә итеп түгел, ә үҙ кешеһе итеп ҡабул итеүен белһәм, ул саҡта һайлауға барасаҡмын, әлбиттә, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Минең өсөн был матур һүҙҙәр түгел. Эшмәкәрлегем халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Йәмғиәтебеҙҙә проблемалар булмаһын өсөн, халыҡта киләсәккә ышаныс, өмөт уянһын өсөн эшләйем. Беҙҙең көслө халыҡ булыуыбыҙға, киләсәктә яҡты көндәр көткәненә улар ышанырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта был ҡарар халыҡтың ышанысы, кешеләр менән булған мөнәсәбәттәр аша билдәләнәсәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан етәксеһе вазифаһына дәғүә итеүсе һәр кеше шуны аңларға тейеш: иң мөһиме – халыҡтың мөнәсәбәте, халыҡ менән эшләү, кешеләрҙе ишетә белеү, йәмғиәт алдында торған проблемаларҙы хәл итә белеү.

Алданған “өлөшсөләр”гә ярҙам буласаҡ

Был тема ла йыш күтәрелә. Фатирлы итәбеҙ, тип, халыҡтан аҡса йыйып, “мифик” йорттар төҙөгән профессиональ мутлашыусылар барлыҡҡа килде. Вәғәҙә ителгән “мөйөш”тәрен хатта унар йыллап көтөүселәр бар. Һөҙөмтәлә йорт та төҙөлмәй, фатир ҙа юҡ, аҡса ла. Бөгөн халыҡҡа төҙөлөш баҙарында булған ышанысһыҙ фирмалар тураһында хәбәр ителә. Алданыусылар проблемаларын Президентҡа еткереп тора.
– “Ҡояшлы”, “Йәшел яр” һәм “Күктең етенсе ҡаты” биҫтәләре төҙөлөшөнә килгәндә, мәсьәләне хәл итеү варианттарын таптыҡ, – тине БР Президенты тура эфирҙа. – Бюджеттан аҡса бүлмәйәсәкбеҙ, сөнки тап алданыусыларға булышлыҡ итергә тип аҡса әҙерләнмәгән. Был проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтәсәк ойошмалар менән ер йәки башҡа матди актив ярҙамында иҫәпләшергә тырышабыҙ. “Ҡояшлы” биҫтәһен төҙөп бөтөү өсөн генә 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. Республика өсөн был ҙур сумма. Төҙөлөш эштәрен 2013 йыл аҙағынаса тамамлау өсөн варианттар эҙләйбеҙ.
Әйткәндәй, эфир барышында, дөйөм алғанда, торлаҡ мәсьәләһе бер нисә тапҡыр күтәрелде. Журналистар ауылға эшкә барыусы йәштәргә йәшәр урын хәстәрләү буйынса булышлыҡ итеүгә туҡталды.

Ҙур заводтар төҙөлөү ябай халыҡҡа нимә бирә?

Ошондай һорау ҙа яңғыраны “Президент менән һөйләшеү” барышында. Теүәлерәк әйткәндә, һорау “РусГидро – Альстом”, “Кроношпан” кеүек ҙур предприятиелар төҙөлөшөнә ҡағылды.
– Беренсенән, мин дә республиканың ябай кешеһе. Ҙур вазифа биләһәм дә, власты ябай халыҡтан айырмайым. Үҙем ябай ғаиләнән сыҡтым, – тип башланы яуабын Рөстәм Зәки улы. – Һәм мин был заводтарҙың төҙөлөп бөтөүен көтәм, сөнки уларҙа яңы эш урындары булдырыласаҡ, улар һалым килтерәсәк, яңы продукция етештерәсәк.
“РусГидро – Альстом” төҙөлөшө ошо көндәрҙә башланһа, “Кроношпан”ға нигеҙ ташы июнь-июлдә һалынасаҡ. Икенсенән, мегафермалар, ҙур предприятиелар ауыл халҡы өсөн дә яңы эш урыны бирә бит. Мәҫәлән, бер нисә көн элек кенә эре мал үрсетеү, һөт етештереү буйынса мегаферма төҙөргә ниәтләгән компаниялар менән һөйләштек. Уларҙың проект хаҡтары – 7 һәм 11 миллиард һум. Беҙ инвесторҙарға юл асабыҙ, бары тик предприятие төҙөһөндәр, эш булдыр­һындар һәм һалым килтерһендәр.

Әйткәндәй

Рөстәм Хәмитов тура эфир барышында, республика етәкселеге муниципаль киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип белдерҙе. Был шулай уҡ милли баҫмаларға ла ҡағыла.
– Беҙгә бөтә телдәрҙә сыҡҡан гәзиттәр кәрәк, был бик мөһим. Уларға ярҙам итмәһәк, телдәрҙе үҫтереү өсөн нигеҙ булмаясаҡ, – тине Президент.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә