RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсми хроника

23.10.2010 Рәсми хроника

Өлкәндәргә иғтибар арта
Рәсми хроникаБР Президенты Р. Хәмитов РФ Президенты Д. Медведев менән осрашҡанда республика башлығы вазифаһында үҙенең тәүге өс ай эшләү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Медведев республикала социаль программаларҙы, иң тәүҙә өлкән йәштәгеләргә йүнәлешлеләрен, бойомға ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Ул, ауыл ерендә йәшәгән ҡарттарҙы медицина хеҙмәтләндереүенә һәм дарыу менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлеп, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереү социаль ярҙамдың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булырға тейеш, тине. Ил башлығы билдәләүенсә, ФАП-тар халыҡҡа дарыу һатыу мөмкинлегенә эйә.
Р. Хәмитов Башҡортостан пенсионерҙары өсөн бер нисә йыл «халыҡ университеттары» системаһы ойошторолоуы тураһында һөйләп, компьютерҙа эшләргә өйрәнеү курстарының өлкәндәр араһында популяр була барыуын билдәләне. Был эшкә төбәк власы айырым иғтибар бүлә.
Төбәк башлығы шулай уҡ өлкәндәр өсөн 2011 йылда атҡарыласаҡ яңы программа тураһында ла һөйләне: пенсионерҙарға республика бюджеты иҫәбенә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына туристик сәфәрҙәр ойоштороласаҡ. Д. Медведев башлан­ғысты хупланы.
Р. Хәмитов әйтеүенсә, республиканың 2011 йылғы бюджетына өлкәндәр менән ошо рәүешле эштәрҙе үҫтереүгә тиҫтәләгән миллион һум һалын­ған.

«Башавтотранс» етәксеһе эшенән бушатылды

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров үҙенең бойороғо менән Камил Мәмәтҡазинды «Башавто­транс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһынан бушатты.
Бойороҡта әйтелеүенсә, 2009 йылдың 14 майындағы хеҙмәт договоры туҡтатылып, Камил Мәмәтҡазин 20 октябрҙә Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 278-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы эштән сығарылды.


Троллейбустар ике тапҡырға артты

Өфөлә троллейбустар сығарыу, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тиерлек артты. Туғыҙ айҙа Башҡортостан троллейбус заводы 92 троллейбус сығарҙы, уларҙың 55-е ҡулланыусыларға оҙатылған да инде. Ә былтыр ошо уҡ осорҙа 49 ғына электр транспорты етештерелгән.
– Уҙған йыл менән сағыштырғанда, троллейбус­тар етештереү күрһәткесе артҡан кеүек, – ти ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев. – Ләкин ысынында иһә был тармаҡ иҡтисади көрсөккә тиклемге кимәлгә лә етмәгән әле. Элекке йылдарҙа Өфөлә 125 самаһы троллейбус сығарыла торғайны һәм был норма тип иҫәпләнде.

Йылылыҡ һәм һыу биреү тергеҙелгән

БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Өфө ҡалаһында РФ Оборона министрлығы тарафынан хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн һатып алынған яңы торлаҡ йортто йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителде – идара итеүсе компанияның энергетиктар алдындағы бурысы арҡаһында был йортҡа йылылыҡ һәм һыу биреү туҡтатылған булған. 15 октябрҙә уға йылылыҡ та, эҫе һыу ҙа бирелгән.

Иттифаҡ етәксеһен яңырта

Башҡорт йәштәре иттифағы башлығын алмаштырмаҡсы. Уның бер нисә йыл уңышлы ғына эшләп килгән рәйесе Фәүзил Маликов «отставка»ға китә.
БЙИ идараһы ултырышында Фәүзил Әлфир улы, үҙенең ете йыллыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһап, отчет бирҙе һәм, иттифаҡтың дөйөм съезын уҙғарып, яңы рәйес һайларға тәҡдим итте. Уға тиклем был вазифаны рәйес урынбаҫары Флорид Багаев башҡарып торасаҡ.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы һайланған етәксеһе Илгиз Солтанморатов, Йәштәр ҡоролтайы рәйесе Фәнзил Әхмәтшин, БЙИ ветерандары ҡатнашты. Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесенең урынбаҫарҙары ла һайланды. Улар – Азат Монасипов (ойоштороу эштәре буйынса), Айгөл ҡужәхмәтова (мәҙәниәт), Илгиз Таҡалов (спорт), Гөлназ Хәсәнова (матбуғат хеҙмәте). Башҡортостандағы йәйге ваҡиғаларҙан һуң арыу уҡ тынып ҡалған иттифаҡтың эше элеккеләй әүҙемләшер, йәштәребеҙҙе туплар, саралар ойошторор, тип өмөтләнәйек.

Һыуға ихтыяжды нисек ҡәнәғәтләндерергә?

БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республика Хөкүмәтендә йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса программа эшләнә.
Иҫәп-хисаптар буйынса, әле һыу запасы энергия менән тәьмин итеү системаһының өҙлөкһөҙ эшләү технологияһы кимәлен тотоу өсөн етмәй. 2011 йылдың февраленә был кимәлдең тағы ла түбәнәйәсәге көтөлә. Шуға күрә Президент энергетиктар ихтыяжы өсөн һыу алыу сығанаҡтарын әҙерләй башларға ҡушты, ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров.
Баҡһаң, ҡышын йылы көндәрҙә йылғаларҙа боҙ асыла ла, һыуҙың бер өлөшө – боҙ өҫтөнән, икенсе өлөшө аҫтынан китә. Был йылғанан һыу алған ТЭЦ-тар өсөн хәүеф менән янай. Бындай хәлдән ҡотолоу өсөн энергетиктар ныҡ һалҡындарҙа һыу туңыр алдынан һыу кимәлен күтәреп, боҙ ҡатламын ғәҙәти кимәлдән үрләткән. Һөҙөмтәлә энергия системаһының өҙлөкһөҙ эшләүенә ирешкәндәр. Әле йылғаларҙа һыу элеккесә күп түгел, шунлыҡтан һыу алыу өсөн махсус гидротехник ҡоролмалар – йөҙөүсе баржалар ҡуйыласаҡ.

Балалар баҡсалары төҙөләсәк

2013 йылға тиклем иҫәпләнгән «Балалар баҡсаһы» республика программаһы буйынса мәктәпкәсә балалар учреждениеларын төҙөүгә Башҡортостан бюджетынан 9,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Атап әйткәндә, 2011 йылға 2,5 миллиард һум бүлеү ҡарала.
Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға аҡсаның тәғәйенләнеш буйынса тотонолоуын контролгә алыу­ҙы йөкмәтте.

Уникаль технология ҡытайҙарҙы ҡыҙыҡһындырған

Башҡортостандың ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларында тәүлегенә бөтәһе 400 тоннаға тиклем ҡош тиҙәге йыйыла. ҡош тиҙәге – 3-сө класс хәүефлелегендәге ағыулы продукт. ҡағиҙә булараҡ, ул баҫыуҙарға сығарыла.
Белгестәр раҫлауынса, был ҙур экологик мәсьә­лә, ул республикала йәшәүсе һәр кешегә ҡағыла. ҡош тиҙәге ерҙе бысрата. Ә йыш ҡына хәүефле ҡалдыҡтар менән эшләү хоҡуғына лицензияһы булмаған ҙур теплица хужалыҡтарында серемәгән тиҙәкте ашлама булараҡ файҙаланалар. Тиҙәк менән бергә теплица йәшелсәләренә ҙур күләмдә патоген (ауырыу барлыҡҡа килтереүсе) микробтар һәм антибиотиктар эләгә. Был, әлбиттә, төбәк халҡының һаулығында сағылмай ҡалмай.
Өфө гражданы Владимир Чирков ҡош-ҡорт һәм сусҡа тиҙәген үҙенсәлектәре буйынса биогумусҡа тиң органик ашлама итеп эшкәртеүсе уникаль технология уйлап тапҡан. 15 минут эсендә гидро-динамик генератор аша үткәрелгән ҡош тиҙәге, биогумустың бөтә сифаттарына эйә булып, барлыҡ патологик матдәләрҙән һәм антибиотиктар­ҙан арына. Технология Агрохимүҙәктә һәм «Роспотребнадзор»ҙың БР буйынса идаралығында тикшерелде. ҡош тиҙәген генераторҙа эшкәртеү һөҙөмтәһендә алынған продукт ағыуһыҙ, зыян­һыҙ һәм файҙалы сифаттарға эйә, тип танылды.
11 квт ҡеүәтле генератор бер сәғәттә бер тонна ҡош тиҙәген эшкәртергә һәләтле. Әммә Чирковтың новаторлыҡ технологияһы урындағы ауыл хужалығы чиновниктарын ҡыҙыҡһындырмаған. Ә бына ҡытай был технологияны уйлап табыусынан һатып алырға йыйына.


Гонаһлы вәхши

15 октябрҙән 16-һына ҡараған төндә бер гонаһтан да ҡурҡмаған вәхшиҙәр республиканың элекке эске эштәр министры Әнәс Хәсәновтың ҡәберенән мәрхүм хөрмәтенә ҡуйылған бронза бюсты урлай.
Баш ҡала милицияһының Ленин районы бүлеге хеҙмәткәрҙәре ике тәүлек эсендә енәйәтсене ҡулға ала. Һөҙөмтәлә бюсты һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшәләр – бур уны металл һыныҡтары ҡабул итеүсе пунктҡа 4 мең һумға ғына тапшырып та өлгөргән була.
Бындай енәйәт вәхшиҙең тәүге эше генә түгел икән. Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың ҡәбер ташынан табличкаһын боҙоп алыусы ла шул 35 йәшлек наркоман булған.
Ярай, бур тейешле язаһын алыр. Ә бына металл һыныҡтары ҡабул итеүселәргә ҡарата берәй эш ҡуҙғатылырға тейеш түгелме? Улар бындай ҡиммәтле тимерҙең яҡынса ҡайҙан килтерелгәнлеген белә тороп ҡабул иткән бит! Бына кемдәрҙе яуап­ҡа тарттырыу фарыз. Сөнки ҡалала көн дә тип әйтерлек мәғариф учреждениеларын уратып кәртәләгән тимер ҡоймаларҙың урталағы биҙәп эшләнгән түңәрәк өлөштәре лә, канализация, йылылыҡ системаһы люктарының ҡапҡастары ла, ҡапҡа бағаналары башындағы ялтыр тимер касалар ҙа шундай пункттарға барып инә бит. ҡабул итеүсеһе булмағанда тапшырыусыһы ла булмаҫ ине – шулай түгелме ни?

«Башинформ» мәғлүмәттәрен файҙаланып,
Р. БАЙЫШЕВА, А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә