RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

16.04.2013 Донъя яңылыҡтары

“Етеш йәшә, Путин!”

Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһы пенсионерҙары Валентина Владимирова һәм Людмила Косолапова үҙҙәренең пенсияларына өҫтәмәләрен РФ Президенты В. Путинға ебәргән. Һәр береһе сама менән 300 һумын һалып, улар ил башлығына телеграммала, үҙегеҙҙе бер ниҙә лә сикләмәгеҙ, тип яҙған.
Пенсионерҙар әйтеүенсә, көндән-көн хаҡтар, торлаҡ өсөн коммуналь түләүҙәр күтәрелгән ваҡытта пенсияның күләмен аҙға ғына арттырыу оло йәштәгеләрҙе мыҫҡыллауға тиң. Почта хеҙмәткәрҙәре ҡатындарҙың хәленә ингән һәм телеграммаһын ҡабул иткән.

Лох-Несс ғифритенә – 80 йәш

Шотландияның Лох-Несс күлендәге ғифритте тәү тапҡыр 1933 йылда күргәндәр.
Ләкин тиҫтә йылдар уҙғас, уның тик уй­ҙырма булыуы ғына асыҡлан­ған. Күлдә йәшәгән данлыҡлы Несси исемле ғифритте, белгестәр әйтеүенсә, урындағы халыҡ туризм бизнесын үҫтереү өсөн уйлап сы­ғар­ған. Ғәҙәттә, Лох-Несс күле тирәләй шау-шыуҙа йә үҙенә иғтибар йүнәлтергә теләүсе кешеләр, ғифритте күрҙем, тип интервью биргән, йә урындағы ҡунаҡхана хужалары. Ә 1934 йылда төшөрөлгән Нессиҙың һүрәте – һыуҙан сығып торған динозавр башы фотоһының ысынында фальсикация булыуы ни бары 1994 йылда билдәле булған.
Несси тураһында легенда урындағы турислыҡ индустрияһына йылына 1 миллион доллар самаһы табыш килтерә.

Филдәргә һунар итһәң…

Испаниялағы король динас­тияһына халыҡтың ни бары 54 проценты ышаныс белдерә – был рекордлы иң түбән күрһәткес.
Бындай мө­нәсәбәт һуң­ғы йылдар­ҙа королдең ғаиләһе тирәләй коррупциялы ығы-зығыға бәйле. Мәҫәлән, король Хуан Карлостың бәләкәй ҡыҙы Кристина, йәмәғәт аҡсаһын тотонған өсөн мутлыҡта ғәйепләнеп, судҡа саҡырыла. Был енәйәт эшендә төп фигурант − королдең кейәүе Иньяки Урдангарин. Ул илгә 6,4 миллион доллар зыян килтергән. Ә Хуан Карлос 2011 йылдағы иҡтисади көрсөк мәлендә үҙенә Африка филдәренә бик ҡиммәтле һунар “бүләк итә”. Король быға тиклем Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының (WWF) Испания бүлеге почетлы президенты булһа, һунар­ҙан һуң был исемдән ҡолаҡ ҡаға.

Твиттерҙағы һөжүм

Хакерҙар һайлау ваҡытында Венесуэла Президентына кандидат Николас Мадуроның Твиттерҙағы аккаунтын емерә.
Илдә һайлау участкалары ябылып, тауыш биреү һөҙөмтәләрен һанай башлағас, хөкүмәт сайттарына ла һөжүм итәләр. Властар илдә интернетты бер нисә минутҡа һүндереп торорға мәжбүр була. Николас Мадуроның штабы белдереүенсә, бындай һөжүмде дәғүәселәр махсус рәүештә яһаған.

Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә