05.04.2013 Өфөлә икән ул дары-ы!
Беренсе апрелдә була был хәл. Тоҡ күтәреп, Өфөләге полиция бүлегенә бер ир килеп инә. Йәнәһе, бына һеҙгә беренсе апрель шаяртыуы һәм тоҡҡа төртөп күрһәтә. ҡараһалар… тоҡ тулы дары.
Ир уны кисен гараждар буйынан табып алған. Тәүҙә ҡатнаш аҙыҡ тип уйлаған әле ул. Аҙағыраҡ, еҫкәнепмелер, тәмләпмелер тигәндәй, дары икәненә төшөнөп ала ла, китә йөкмәп тейешле органға.
Дарыны шундуҡ экспертизаға ебәрәләр. Хәҙер иргә “ҡоралыңды тапшыр ҙа аҡса ал” акцияһы сигендә түләргә тейештәр. Дөрөҫ булһа, ул бер тоҡ дары өсөн 700 мең һум аҡса аласаҡ икән. Арыу ғына сумма ятҡан бит юлында.
Ә 2 апрелдә иһә табыш тосораҡ булып сыға – берәү 100 кг дары килтерә. Уныһын 28 йәшлек егет мунса төҙөгәндә табып алған, имеш. Бер центнер дарыға түләү 1,5 миллион һумға торош итәсәк.
Йәмәғәт, тоҡ эҙләргә киттекме?
Айсын АҡБУЛАТОВА.