27.10.2010 Республикала кадрҙар сәйәсәтенең яңы йүнәлеше
Рөстәм Хәмитов шәмбелә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге базаһында асылған төбәктең Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең тәүге сығарылыусылары менән осрашып, бындай мәктәп асылыуын, Башҡортостандың федераль үҙәк, илдең иҡтисади һәм сәйәси ойошмалары менән цивилизациялы, заманса мөнәсәбәттәргә йөҙ менән боролоуын аңлатҡан мөһим ваҡиға, тип билдәләне.
Курс тамамлаған йәштәргә мөрәжәғәт итеп:
– Беҙгә таныш-тоношлоҡҡа, ҡоҙа-ҡоҙасалыҡҡа, туған-тыумасалыҡҡа ҡоролған кадрҙар сәйәсәте кәрәкмәй. Мин бер ҡасан да үҙемдең яныма эшкә туғандарымды алманым, ә профессионалдарҙы алырға тырыштым һәм бының менән оттом. Беҙ эшлеклелек сифаттары түгел, ә ярамһаҡланыу, шәхси тоғролоҡ кеүек сифаттар эшкә алыу өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән осраҡтар менән дә таныш. Бынан һуң ундай осраҡтар булмаҫ тип ышанам, – тине.
Төбәк башлығы, кадрҙар менән эш ошо мәктәпте тамамлаған кешеләргә таянып ойоштороласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Президент билдәләүенсә, йәш кадрҙарҙың күбеһенең Башҡортостанда үҫеү мөмкинлеге бар. Ә бына курс тамамлаусылар араһынан Альберт Рыҫкилдин бөгөндән БР Президенты Хакимиәтендә стажировка үтә башланы. Тәүге ике аҙнала йәш белгес Рөстәм Хәмитовтың ярҙамсыһы вазифаһын башҡарасаҡ.
Альберт үҙенең өс проектын яҡлаған. Уларҙың берәүһе халыҡтың финанс белемен күтәреүгә арнала. Ул тәҡдим иткән ғаилә уйыны аша бала финанс белеме нигеҙҙәрен үҙләштерә ала.
Рәсәй сәйәсәте мәктәбен үтеүселәр республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына практикаға йүнәлтелде.
«Башинформ».