26.10.2010 Донъя яңылыҡтары
Ваба ҡотора
Гаитиҙа вабанан (холеранан) 250-нән ашыу кеше вафат булған, ә сир йоҡтороусылар һаны өс меңдән дә күберәк.
Эпидемия әлегә илдең төньяғында таралһа ла, властар «сир сикле биләмәлә» тип, халыҡты хәүефләндермәҫкә тырышһа ла, барыбер ҡурҡыныс бар. Сир ер тетрәү арҡаһында йортһоҙ ҡалған кешеләр йәшәүсе лагерҙа башланған, тиһәләр ҙә, бында ауырыу теркәлмәгән. Әйткәндәй, лагерҙа 10 мең самаһы кеше палаткаларҙа көн күрә. Халыҡ-ара гуманитар ойошмалар Гаитиға өҫтәмә ярҙам күрһәтә, тәү сиратта һыуҙы зарарһыҙландырыу саралары күрелә. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эпидемияның контролдә тотолоуын белдерә.
Иҫерек һунарсылар «табышы»
Иркутск өлкәһенең Кирен районында 20 меңгә яҡын кеше, 44 социаль объект утһыҙ ҡала.
Сәбәбе – электр энергияһы менән тәьмин итеүсе линияның эшлектән сығыуы. Баҡһаң, үткән шәмбелә линияға һунарсылар атҡан, имеш. Шуныһы бар: улар иҫерек булған һәм ҡайҙа тоҫҡағандарын шәйләп тә, аңлап та етмәгәндәр. Әле тикшереү бара, халыҡты резервтағы дизель генераторҙар ярҙамында электр менән тәьмин иткәндәр.
Әйткәндәй, «һунарсылар» тураһында мәғлүмәт таратылмай.