02.04.2013 Донъя яңылыҡтары
Визаға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Хорватия быйыл 1 июлдә рәсми рәүештә Евросоюзға инә.
Регламентҡа ярашлы, апрелдән Евросоюзға визаһыҙ инә алмаған илдәргә ҡарата Хорватияла виза режимы эшләй башлаясаҡ. Был ил әлегә Шенген түгел, ә Болгариялағы кеүек милли визалар тапшыра.
Хорваттар, виза режимы йылдан-йыл үҫешкән Рәсәй туристары ағымына кәртә булмаясаҡ, тип иҫәпләй. Бының өсөн Хорватия консуллығы яңы офисҡа күсәсәк һәм хеҙмәткәрҙәр һанын арттырасаҡ. Рәсәйҙәргә виза биш көндә әҙерләнәсәк, ябай виза – 35 евро, ә ашығыс рәүештә эшләнгәне 69 евро торасаҡ. Тиҙ арала Хорватия виза үҙәктәре аша документтар ҡабул итә башлаясаҡ.
Хеҙмәт Геройы исеме тергеҙеләсәк
Яҡшы башланғыс, ҡайһы берҙә ғәҙелһеҙлек нигеҙендә онотолоп торһа ла, йыш ҡына кире тергеҙелеүсән.
Моғайын да, ошо иҫәпкә “Хеҙмәт Геройы” тигән абруйлы баһаны ла индерергә булалыр.
Үткән йомала Рәсәй Президенты Владимир Путин Дондағы Ростовта ойошторолған “Халыҡ фронты” конференцияһында ҡатнашҡайны. Бында тап әлеге лайыҡлы баһа тураһында һүҙ күтәрелде.
Президент билдәләүенсә, Советтар Союзы осоронда ғәмәлдә булған әлеге исем үҙен аҡлаған, шуға уны тергеҙеү урынлы.
Әйткәндәй, юғары баһаны тергеҙеү башланғысын былтыр августа Президенттың Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Холманских күтәреп сыҡҡайны. Һуңынан йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк тә, һорашыуҙар уҙғарып, Рәсәй халҡының 67 проценты әлеге исемде ҡайтарыуға риза икәнен асыҡлаған. Декабрҙә иһә Владимир Путин, был эштәрҙе хуплап, хеҙмәт кешеһенә иғтибар биреүҙең мөһимлеген билдәләне.
“Хеҙмәт Геройы” исеме СССР-ҙа 1927 йылда барлыҡҡа килә. һуңғараҡ уны “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тип үҙгәртәләр.
Һөттән … араҡы
Британия фермеры һөттән араҡы яһарға өйрәнгән, был продукция урындағы халыҡ араһында бик популяр.
250 баш һыйыр аҫраған 47 йәшлек Джейсон Барберға был идея Себерҙәге Тыва Республикаһы хаҡында документаль фильм ҡарағандан һуң килә. Тыва халҡы төрлө эсемлектәрҙән араҡы яһай белә, мәҫәлән, яктың һөтөнән дә спиртлы эсемлек “ҡыуалар”.
Хуш, Бумбараш!
Ауыр сирҙән һуң РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Мәскәүҙең Таганкалағы театры етәксеһе Валерий Золотухин вафат булды.
Ул 1941 йылдың 21 июнендә донъяға килә, актерлыҡҡа уҡып сыҡҡас, бер аҙ Моссовет исемендәге театрҙа эшләй һәм Таганкалағы театрға күсә. Ул 90-дан ашыу фильмда һәм сериалдарҙа уйнаған.
Валерий Золотухин Владимир Высоцкийҙың яҡын дуҫы була. Актер Алтай өлкәһендә, тыуған ауылында ерләнәсәк.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА әҙерләне.