02.04.2013 Демографик сәйәсәт тикшерелде
29 мартта Ижевскиҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе. Ултырышта һүҙ округ төбәктәрендә демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу тураһында барҙы.
Кәңәшмә барышында субъект башлыҡтары демографик сәйәсәттең бөгөнгө хәленә анализ бирҙе, ыңғай һөҙөмтәләрҙе билдәләне, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тикшерҙе.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда демографик хәл яҡшыра бара. Былтыр беҙҙә тыуым 5,1 процентҡа артҡан, үлем 2,2 процентҡа кәмегән (58997 кеше тыуған, 53380 кеше үлгән). Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан күп балалыҡ кимәле буйынса беренсе урында тора (республикала күп балалы 34,5 мең ғаилә йәшәй, уларҙа 100 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә).