02.04.2013 Эш хаҡы буйынса 81,5 млн һумлыҡ бурыс бар
2013 йылдың ғинуар-февралендә эш хаҡын тулыһынса алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны республикабыҙҙа 3956 кешегә етте. Волга буйы федераль округында эш хаҡы бурысы буйынса Башҡортостан икенсе урында килә (тәүге урында – Түбәнге Новгород өлкәһе). Был хәлде БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендәге эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы тикшерҙе.
Банкротлыҡ сигендәге йәки ябылырға торған предприятиеларҙың үҙ хеҙмәткәрҙәре алдында 15 миллион һум күләмендәге бурысы бар. Эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ күләме төҙөлөш, АХК предприятиеларында һәм эшкәртеү сәнәғәтендә айырыуса артҡан.
Ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 81,5 миллион һум тәшкил итте. Лилиә Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, Өфөгә бурыстарҙың – 20, Туймазы районына – 12,6, Баймаҡ районына – 11,7, Сибайға – 7,4, Октябрьский ҡалаһына 3 проценты тура килә.
Ведомство-ара координация советы ағзалары һәр бер осраҡты айырым тикшерҙе. “Туймазыбыяла” асыҡ акционерҙар йәмғиәте проблемалы предприятиеларҙың береһе булып тора. БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин һүҙҙәренсә, предприятиела ауыр һәм көсөргәнешле хәл күҙәтелә. Уның бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм бюджеттан тыш фондтарға һалым һәм түләүҙәр буйынса бурыстары 100 миллион һумға яҡын тәшкил итә. 60 миллион һум самаһы – эш хаҡы буйынса бурыс. Алексей Карпухин һүҙҙәренсә, заводты яңыртыу талап ителә.
Министр билдәләүенсә, бөгөн технологик процесты үҙгәртеү буйынса ҡайһы бер тәҡдимдәр бар, потенциаль инвесторҙар ҙа билдәләнгән. Әммә ыңғай хәл ителгән осраҡта ла, ҙур проект күп ваҡытты аласаҡ һәм эш хаҡын түләү мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителмәйәсәк. Шуға күрә республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы төрлө варианттарҙы, шул иҫәптән предприятиены банкрот тип иғлан итеү ихтималлығын да тикшерә.