29.03.2013 Башҡорт аты Америкала?!
Америка ҡушма Штаттарында бөҙрә башҡорт аты (American Bashkir curly) Үҙәк Неваданың таулы төбәгендә 1898 йылда “табыла”.
Был боронғо тоҡомло йылҡы малының ҡайҙан һәм ниндәй шарттарҙа килеп сығыуы әлегәсә аныҡ билдәләнмәгән. Урал тауы башҡорттары атының Америка башҡорт аты менән туғанлығы хаҡында фараз бар. Быны фаразлап тормаһалар ҙа, башҡорт тигән һүҙ булғас, уның беҙҙең ат икәне “күренеп” тора ла инде! Һуңғы боҙлоҡ дәүерендә Урал буйлап Америкаға барып сығыуы ихтималлығын да билдәләйҙәр. Нисек кенә булмаһын, Америкала бөҙрә башҡорт аты йәшәп ята. Бер фермер табып алған да, ранчоһында үрсетеп, аттар хәҙер бөтә Америкаға таралған.
Американың бөҙрә башҡорт аты теләһә ҡайһы шарттарҙа ла йәшәй ала, еңел эйәләшә.
А. ИШЕМҒОЛОВА.