RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

29.03.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...
Был аҙнала беҙҙе...
Телевизор алдында ашау калорияларҙы ике тапҡырға күбәйтә, тип иҫәпләй ғалимдар.
Бөйөк Британия ғалимдары телевизор ҡарағанда ҡыҙҙырылған картуф, чипсы, пепси-кола кеүек калорияһы күп булған аҙыҡ-түлекте үҙеңдән алыҫыраҡ тоторға кәңәш итә. ҡыҫҡаһы, «зәңгәр экран» алдында бөтөнләй ашамауың хәйерле. Улар 14 йыл дауамында кәүҙә ауырлығын тикшереү буйынса эксперимент үткәргән һәм, телевизор ҡарағанда, китап уҡығанда, йә компьютер артында ултырғанда ашау аҙыҡтағы калорияны ике тапҡырға арттыра, тигән һығымта яһаған. Был иғтибар­ҙың ашауға түгел, ә башҡа нәмәгә йүнәлтелеүенә бәйле. Һөҙөмтәлә кеше күпме һәм нимә ашауына иғтибар итмәй, ашай ҙа ашай.

Аптыратты...
Тоҙҙо кәрәгенән артыҡ ҡулланыу йыл һайын 2,3 млн кешене үлтерә, тип раҫлай ғалимдар.
Күптән түгел, шәкәрле эсемлектәр йылына 200 меңгә яҡын кешенең үлеменә сәбәпсе була, тип саң ҡағалар ине, ә тоҙҙо күп ҡулланыу арҡаһында үлеүселәр һаны унан 11 тапҡыр күберәк булып сыҡҡан. Америка кардиология ассоциацияһы тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, 2010 йылда үлемгә килтергән йөрәк өйәнәге һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының 15 проценты тап тоҙҙо күп ҡулланыу­сы кешеләрҙә күҙәтелгән.

Көйөндөрҙө...
Перуҙа автобус тарлауыҡҡа төшөп киткән.
Киҫкен боролошта водитель руль менән идара итә алмай, машина 80 метр тәрәнлектәге соҡорға ҡолай. Һөҙөмтәлә 24 кеше һәләк булған. Йәрәхәтләнеүселәрҙе госпиталгә алып барғандар, табиптар улар­ҙың хәлен бик ауыр тип баһалай. Пассажирҙарҙың күбеһе – яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе шахтерҙар. Әйткәндәй, йыл һайын Перуҙа юл-транспорт һәләкәттәрендә 3 меңгә яҡын кеше һәләк була, 50 меңгә яҡын кеше йәрәхәтләнә. Юлдарҙың һәм транспорт сараларының торошо бик насар булыуы һәм водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүе быға сәбәпсе булып тора.

һөйөндөрҙө...
2014 йылда Рәсәй халҡы өсөн барлығы 119 ял һәм байрам көнө буласаҡ.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән проектта ғинуар­ҙа, мартта, майҙа, июнь һәм ноябрь айҙарында оҙайлы ял ҡаралған. ҡышҡы каникулды улар 8 көнгә һуҙырға, мартта – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан өс көн ял итергә, 1 майҙа – дүрт көн, Еңеү байрамында – өс һәм июнь, ноябрь айҙарында дүртәр көн ял итергә тәҡдим итә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә