29.03.2013 Бөтә өмөт – депутаттарҙа
Башҡортостандың баш ҡалаһында “Рәсәй Федерацияһының торлаҡ ҡануниәтендә яңылыҡтар. Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк системаһын булдырыу һәм 2013 – 2015 йылдарҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды эшмәкәрлеге” исеме аҫтында Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте.
Сарала РФ Дәүләт Думаһы, ил төбәктәре депутаттары, власть органдары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашты. Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе Галина Хованская билдәләүенсә, торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреү йәһәтенән федераль кимәлдәге закондарға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, төп ауырлыҡ төбәктәрҙең закондар сығарыу власы иңенә төшәсәк. Улар, урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, төп моменттарҙы билдәләп, РФ субъекты законын ҡабул итергә тейеш. Күп нәмә депутаттарға бәйле буласаҡ – закон ниндәй, граждандарға ниндәй шарттар булдырыла һ.б.
Федераль кимәлдә торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреүҙе финанс йәһәттән тәьмин итеүҙең ике варианты ҡарала. Тәүгеһе торлаҡ кооперативтары йорттарында йәшәүселәргә айырыуса мөһим буласаҡ, икенсеһе күсемһеҙ милек хужаларының әүҙемлеген үҫтереүҙә көнүҙәк.