29.03.2013 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар әҙерләнә
“Рәсәй патриоттары” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе көҙгө һайлауға, йәғни БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға депутаттар һайлауға 200-гә яҡын кандидат күрһәтергә ниәтләй.
Был хаҡта фирҡә комитеты етәксеһе Заһир Хәкимов белдерҙе һәм уңыштарға өлгәшеү өсөн күҙаллауҙары менән уртаҡлашты. “Рәсәй патриоттары” һайлаусыларҙың 15 – 30 процентының тауышын йыйырға тырышасаҡ. Заһир Хәкимов, маҡсатҡа ирешеү өсөн бөтә шарттар бар, ти.
Әйткәндәй, партия республикала участка һайлау комиссиялары төҙөгәндә лә әүҙем ҡатнашҡан. 3700 вәкил тәҡдим ителеп, уларҙың 2633-ө хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булып, комиссиялар составына индерелгән. Был “Рәсәй патриоттары” тауыш биреү һөҙөмтәһенең дөрөҫлөгөн контролләй аласаҡ тигән һүҙ.
Ошо аҙна уртаһынан БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән (шул иҫәптә һайлауҙа үҙ аллы кандидат булып сығыш яһау мөмкинлеге булмаған йәмәғәт ойошмалары, әүҙем тормош позициялы кешеләр) ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Партия етәкселеге уларҙы исемлеккә индереү-индермәү мәсьәләһен тикшерәсәк. Шулай ҙа кандидаттарҙың 50 проценты партия ағзаһы булырға тейеш.