RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

26.03.2013 Бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе, РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Мед-ведевтың Өфөләге төбәк ҡабул итеү бүлмәһендә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рә­йесе Константин Толкачев менән “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йә­мәғәт ойошмаһының Башҡор­тостан бүлексәһе етәксеһе Азамат Хәсәнов, Башҡор­тостан адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Булат Йомаҙилов араһында килешеү төҙөлдө.
Был – халыҡ мәнфәғәтендә төҙөлгән мөһим килешеүҙәр­ҙең береһе. Уның төп маҡсаты – граждандарға бушлай юридик консультациялар биреүҙе ойоштороу. Төрлө ғаризалар яҙғанда, ялыуҙар менән, йә судҡа мөрәжәғәт иткәндә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн килешеү бик файҙалы буласаҡ. План буйынса, граждандарҙы бушлай ҡабул итеүсе юристар даими рәүештә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта юристарға кәңәш һорап килеүселәр араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларын күтәреүселәр бик күп. Башҡа мәсьәләләр ҙә бар һәм уларҙы юристар ярҙамы менән генә хәл итергә мөмкин.
Шулай уҡ был килешеү ярҙамында ауыр хәлгә ҡалған граждандарға сифатлы ярҙам күрһәтеп буласаҡ, һәр хәлдә, бындай килешеүҙәр социаль базаны киңәйтә.
Килешеү төҙөлгәндән һуң “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев граждандар менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Республика парламенты спикерына бик күп кеше мөрәжәғәт итте.
Осрашыуҙа күренеүенсә, граждандарҙы яңы микрорайондарҙы газификациялау, электрификациялау кеүек мәсьәләләр борсой. Шулай уҡ шәхси йорттар төҙөлгән микрорайондарҙа юлдар насар булыуға ла зарланыусылар бихисап. Әлбиттә, коммуникациялар бер райондың көсө менән генә атҡарып сығырлыҡ эш түгел, шуға ла килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостан Респуб­ли­каһының Финанс министрлығына хат менән мөрәжәғәт итергә ҡарар ителде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә