RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

22.03.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...
Ғалимдар шыйыҡ һөттөң ҡуйы һөткә ҡарағанда балаларҙың кәүҙә ауырлығын нығыраҡ арттырыуын асыҡлаған.
Америкала, ғәҙәттә, һимермәһен өсөн бәләкәй балаларға шыйыҡ һөт бирергә ҡушалар. Әммә Вирджиния университетының Медицина мәктәбенән педиатрҙар үткәргән тикшереүҙәр шуны асыҡлаған. Улар 11 мең ата-әсәнән бәләкәй саҡта балаһы ниндәй һөт эсеүе тураһында һорашҡан. Шулай уҡ балаларҙы ике тапҡыр – ике һәм дүрт йәштә үлсәп ҡарағандар. Асыҡланыуынса, составында майы әҙерәк булған шыйыҡ һөт эсеүсе балалар ҡуйы һөт эсеп үҫкән тиҫтер­ҙәренә ҡарағанда күпкә тулыраҡ һәм ауырыраҡ булып сыҡҡан. Дөйөм алғанда, шыйыҡ һөт ҡулланыусы балаларҙың 57 процентында артыҡ кәүҙә ауырлығы күҙәтелгән.
Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, ҡуйы һөт оҙаҡ ваҡыт, аппетитты кәметеп, баланы туҡ тота. Һөҙөмтәлә улар әҙерәк ашай.

Аптыратты...
Япон ғалимдары үтә күренмәле ҡағыҙ уйлап тапҡан.
ҡарап тороуға ул полиэтилен ҡапсыҡты хәтерләтә. Үтә күренмәле ҡағыҙ целлюлозаның наносүстәренән эшләнгән. Уларҙың ҡалынлығы кеше сәсенең 20 меңдән бер өлөшөнә генә тиң. Яңы ҡағыҙҙың ғәҙәти ҡағыҙҙан өҫтөнлөгө уның һығылмалылығында, еңеллегендә һәм экологик яҡтан зарарһыҙ булыуында.
Япон компанияларының уйлап табыусылары әйтеүенсә, был яңылыҡ кәрәк саҡта быяланы ла алмаштыра ала, мәҫәлән, планшет компьютер­ҙарҙа. Киләсәктә был технологияны ҡулланыу һығылмалы планшетниктар, экрандар, дисплей­ҙар эшләргә ярҙам итәсәк. Йәғни уларҙы йомарлап һалырға ла, гәзит бите кеүек тағатырға ла мөмкин буласаҡ. Үтә күренмәле ҡағыҙ өс йылдан күпләп етештерелә башлаясаҡ.

Көйөндөрҙө...
Табиптарға ғүмеребеҙҙе, һаулығыбыҙҙы ышанып тапшырабыҙ, әммә йыш ҡына уларҙың һаҡһыҙлығы кемдәргәлер бик ҡыйбатҡа төшөүе ихтимал.
Өс йыл элек Петербургтан 9 йәшлек Игорҙың бер ҡулһыҙ ҡалыуында тап аҡ халатлылар ғәйепле. Малайҙы Филатов исемендәге дауаханаға аденоидтарҙы алып ташлау операцияһына алып киләләр. Анестезиолог менән шәфҡәт туташы наркозды венаға һалыр урынға яңылыш артерияға ебәрә. Һөҙөмтәлә малайҙың ҡулы күгәреп сыға, түҙеп торғоһоҙ ауыртыу барлыҡҡа килә. Иртәгәһенә уның хәле тағы ла ауырлаша, операция ла, ҡан биреү ҙә ярҙам итмәй, малай комаға китә. Һөҙөмтәлә – ампутация. 5-се ҡала дауаханаһы табиптары баланың ҡулы өсөн 1 млн һум аҡса түләргә әҙер, суд та был сумма менән килешкән. Әммә малайҙың ғаиләһе зыянды кәмендә 12 миллионға тиң тип иҫәпләй. Сөнки бала ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалған.

һөйөндөрҙө...
Рәсәй физигы Александр Поляков Рәсәй инвесторы Юрий Мильнер премияһына лайыҡ булған.
Аҡсаның күләме Нобель премияһынан күберәк, ул өс млн долларға тиң. Билдәле булыуынса, премия фундаменталь физика өлкә­һендәге эштәрҙе баһалау өсөн булдырылған. Александр Поляков – квант теорияһы буйынса белгес, әле Принстонда эшләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә