19.03.2013 Саммит үткәреү тәжрибәһен өйрәнергә − Африкаға
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов менән “2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары сараларын уҙғарыуға шарттар тыуҙырыу буйынса проекттарға булышлыҡ итеү офис-төркөмө” коммерция булмаған ойошма директоры Руслан Мирсаяпов Көньяҡ Африка Республикаһына юлланды.
Был республиканың Дурбан ҡалаһында 26 − 27 мартта БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының бишенсе осрашыуы үтергә тейеш. Беҙҙекеләр Рәсәй делегацияһын шул сәфәргә әҙерләү төркөмөнә ингән. Салауат Сәғитов менән Руслан Мирсаяпов халыҡ-ара саммитҡа нисек әҙерләнеүҙе үҙ күҙҙәре менән күрәсәк, тәжрибә туплаясаҡ.
Африкала саммит ойоштороусылар менән осрашыуҙар, сара үтәсәк урындарҙа булыу һ.б. эшлекле әңгәмәләр күҙаллана.