RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткән йылға йомғаҡ яһалды

15.03.2013 Үткән йылға йомғаҡ яһалды

Республика Хөкүмәте ултырышында 2012 йылда Башҡортос­танды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йомғаҡ яһалды. Ултырышты БР Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Унда төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, Башҡортос­тан парламенты депутаттары ҡатнашты.
– 2012 йылда беҙ һәйбәт эшләнек. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тулайым төбәк продукты күләме биш процентҡа тиерлек үҫеп, триллион һумдан артты. Рәсәйҙә эске тулайым продукт үҫеше 3,5 процент тирәһе тәшкил итте, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы. – Республикала сәнәғәт етештереүе күләме 5,7 процентҡа үҫте, Рәсәй буйынса был күрһәткес 2,6 процентҡа тиң. Төп капиталға инвестициялар күләме 2012 йылда 8 процентҡа – 233 миллиард һумға тиклем артты. Сит илдәрҙән йәлеп ителгән инвестициялар күләме лә ике тапҡырға тиерлек – 600 миллион долларға тиклем артты.
Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәми­тов билдәләүенсә, йән башына иҫәпләнгән инвестициялар күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында әлегә уртаса позицияла, йәғни 14 субъ­ект араһында етенсе урынды биләй.
Ултырышта төҙөлөш тармағы ла тикшерелде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала былтыр 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. 2011 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был 10 процентҡа күберәк. Әлеге күрһәткес буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Сафҡа индерелгән шәхси торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында өсөнсө урында килә.
Бынан тыш, Рөстәм Зәки улы агросәнәғәт комплексындағы хәлде анализланы, ҡоролоҡ эҙемтәләрен баһаланы.
– Аграрийҙар өсөн йыл ҡатмарлы үтте, ҡоролоҡ арҡаһында сәсеүлектәрҙең 20 проценттан ашыуы һәләк булды. Шулай ҙа тулайым продукт күләме 100 миллиард һумдан ашты һәм беҙ ике миллион тоннаға яҡын иген йыйып алыуға өлгәштек, – тине Рөстәм Хәмитов.
Президент уртаса эш хаҡын арттырыу йәһәтенән уңыштар булыуын билдәләне.
– Медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу һәм башҡа саралар халыҡтың килемен яҡынса ете процентҡа – 19 мең һумдан (2011 йыл) 21,5 мең һумға (2012 йыл) тиклем арт­тырыр­ға мөмкинлек бирҙе.
Демографик хәлде баһалап, Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләне.
– 2012 йылда республикала 59 мең сабый тыуған, дүртенсе йыл рәттән халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә, – тине ул.
Шуға күрә, президент белдереүенсә, киләһе йылдарға мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары системаһын үҫтереү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.
Әйткәндәй, былтыр төрлө милек формаһындағы балалар баҡсаларында 14,5 мең урын булдырылған.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Улар етештереүселәр, сәнәғәт предприятиелары менән бәйләнешкә ҡоролған.
– Сәнәғәт предприятиелары менән эшләргә, улар йылдам үҫеш­һен өсөн шарттар тыуҙырырға, тейешле закондар сығарыу базаһын булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә