08.03.2013 Вазифаһынан бушатылды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Григорий Куранов вазифаһынан бушатылды. Ул РФ Дәүләт Думаһы депутаты мандатын алды.
Григорий Курановҡа үҙ вәкәләтенән ваҡытынан алда бушатылған Анатолий Ломакин урынына депутат мандаты биреү тураһында ҡарар Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Куранов “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Пермь крайы өлкәһендәге төбәк төркөмөнән күрһәтелгән федераль исемлек буйынса теркәлгән кандидат булып һанала. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп быйыл 31 ғинуарҙа тәғәйенләнгәйне.