08.03.2013 Иғтибар үҙәгендә – Салауат ҡалаһы
Аҙна башында БР Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһында булды һәм ҡаланың бер нисә предприятиеһын, социаль объектын ҡараны, ҡала советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, етәкселек менән осрашты.
Президент «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, «Газпром нефтехим Салауат» заводында туҡталды, бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. «Автомаркет» үҙәгендә, мәҫәлән, Рөстәм Хәмитовты ҡалала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәген булдырыу проекты менән таныштырҙылар. Проекттың төп маҡсаты – эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам итеү.
Республика Президенты 18-се балалар баҡсаһының реконструкциянан һуң асылған яңы корпусына ла барҙы. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. 1990 йылда учреждение ябылған, ә корпусы офисҡа әйләнгән. Хәҙер иһә мәктәпкәсә белем биреү системаһына кире ҡайтарылған. Бында 120 бала тәрбиәләнә.
«Алмас» физкультура-һауыҡтырыу комплексында капиталь реконструкция башҡарылған. Рөстәм Хәмитов айырыуса спорт һәм тренажер залдары, бассейн торошона баһа бирҙе. Әйткәндәй, бассейн Башҡортостан Президенты инициативаһы буйынса тергеҙелгән. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 93,6 миллион һум аҡса бүленгән.