05.03.2013 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда халыҡҡа бирелгән банк карталарының һаны 4,4 миллионға еткән. Карталарҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында − беренсе, ә инде дөйөм Рәсәйҙә алтынсы урында килә. Беҙҙең төбәктә былтыр банкоматтар һаны 18,1 процентҡа артҡан, халыҡ араһында тауар өсөн банк картаһы ярҙамында түләүселәр ҙә күбәйә бара.
Әле баш ҡалабыҙҙа рәсми рәүештә теркәлгән 7300 эшһеҙ иҫәпләнә, уларҙың 6250-һе пособие ала. Шул уҡ ваҡытта икенсе төрлө күрһәткестәргә лә иғтибар итергә кәрәк − Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендәге вакансиялар банкыһында 16 меңдән ашыу тәҡдим бар. 2013 йыл башынан алып, әлеге үҙәк күрһәткән хеҙмәттәр ярҙамында 1700 кеше эшкә урынлаштырылған.
Йыл башынан Башҡортостанда 82 мең тонна һөт етештерелгән, уның 77 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында һауылған. ҡалған һөттө эшкәртеү заводтарына шәхси хужалыҡтар тапшыра, улар етештергән һөттөң күләме йәй айҙарында артып китер тип күҙаллана. Республикала һөт һауыу буйынса Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш һәм Стәрлетамаҡ райондары алда бара.
Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары интервенция фондынан бойҙай алыу эшен әүҙем дауам итә. Әлеге көнгә республика хужалыҡтары Рәсәйҙең Европа өлөшөнән 21,98 мең тонна бойҙай һатып алған. Интервенция фондының һатыуҙарында Башҡортостандан 13 предприятие ҡатнаша.
Башҡортостан автотранспорт сараларының һаны буйынса илдә етенсе урынға сыҡҡан. 2000 йылдан газ яғыулығы менән эшләүсе транспорт һаны 53 тапҡырға артҡан, әммә был күрһәткес һаман да түбән – бөтә техниканың ете процентын ғына тәшкил итә. Әле төбәктә транспортты газ яғыулығы менән эшләүгә үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнгән 60 техник үҙәк бар.
Республикала быйыл сәселәсәк баҫыуҙарҙың күләме, структураһы билдәләнде. Дөйөм сәсеү майҙаны 3,2 миллион гектарға етәсәк, был былтырғынан 150 мең гектарға күберәк. Мал аҙығы булырлыҡ культуралар күберәк сәселәсәк, бигерәк тә ҡуҙаҡлы культураларға өҫтөнлөк биреләсәк.
Белоретта «Атай, әсәй, мин − экологик ғаилә!» исемле конкурс иғлан ителгән. Йыл буйына барасаҡ бәйгелә барлыҡ ғаилә ағзалары ҡатнаша ала, уларға бер нисә этапты үтергә кәрәк. Конкурста йылға-шишмә буйҙарын таҙартыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып тапшырыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү кеүек эштәр ҡаралған.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.