05.03.2013 Химиктар премия алды
Бына бер нисә көн элек РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияларын тапшырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Лауреаттар араһында “Башҡортостан химияһы” (“Башкирская химия”) асыҡ акционер йәмғиәте генераль директоры Надежда Пинигина, Рәсәй Фәндәр академияһының П. Ширшов исемендәге океанология институты директоры Роберт Ниғмәтуллин, “Сода” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре бар.
Уларҙың эше сода һәм төҙөлөш матераиалдары етештереүҙе модернизациялауға, сеймал һәм энергетика ресурстарын экономиялауға, тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫирҙе кәметеүгә арналған.
Абруйлы премия тағы ла “Газпром”, “Роснефть”, “Татнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре етәкселәренә тапшырылған. Тәҡдим ителгән проекттарҙа еңеүселәр, башлыса, экология мәсьәләләренә арналған эштәр.