RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәмәғәт үҙидараһы проблемаларҙы хәл итерме?

05.03.2013 Йәмәғәт үҙидараһы проблемаларҙы хәл итерме?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йылға йомғаҡ яһау ултырышында ауыл биләмәләрендә территориаль ижтимағи үҙидара (территориальное общественное самоуправление − ТОС) булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны. Әле ошо көндәрҙә райондарҙан башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәрен йыйып, йәнә лә был темаға ентеклерәк туҡтап, кәңәшмә уҙғарылды.
Кәңәшмәгә Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Иглин, Ишембай, ҡыр­мыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарынан йыйылдылар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙидара төҙөү буйынса эштәрҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, башҡорт ауылдары өсөн был төр идара итеү формаһының бөгөн көн талабына әйләнеп барыуын билдәләне. Әлбиттә, йәмәғәт үҙидараһы булдырыу еңел эш түгел. Бында ауыл активистарын тупларға, эштең айышын төшөндөрөргә, документтар-закондарҙы яҡшы белергә лә кәрәк. Кәңәшмәгә БР Муниципаль берәмектәр ассоциацияһы советының башҡарыусы директоры Рөстәм Исхаҡов та саҡырылғайны. Ул, йыйылыусыларға үҙидара төҙөгәндә кәрәкле документтар таратып, был мәсьәлә буйынса ентекле сығыш яһаны. БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың урындағы үҙидара һәм ижтимағи ойошмалар буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Күзбәков, йәмәғәт үҙидараһын төҙөүҙең юридик нигеҙҙәрен билдәләп, ауыл тормошонда был органдың күп мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әһәмиәтле роль уйнаясағын да әйтеп үтте.
Әйткәндәй, Ишембай районының Смаҡай ауылында ошондай үҙидара уңышлы эшләп килә һәм бөгөн унда уртаҡлашырлыҡ тәжрибә тупланған. Активистар биләмәләрҙе төҙөкләндереү, тәбиғәтте һаҡлау, бесәнлек-көтөүлектәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу, һыу ятҡылыҡтарын, юлдарҙы тәртиптә тотоу мәсьәләһен хәл итә, ғөмүмән, был территориаль йәмәғәт үҙидараһы ауылда тәртип символы булып һанала.
Кемдәр ойошторорға тейеш һуң үҙидараның был формаһын тигән һорау тыуыр. Әлбиттә, тәү сиратта, ауылдарҙағы башҡорт ҡоролтайҙары ойошмалары. Был йәһәттән әүҙем йәмәғәтселәргә башҡараһы эштәр етерлек. Киләсәктә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселеге башҡа райондарҙағы ҡоролтай­ҙар менән дә ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә үткәрәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә