05.03.2013 Дәүләт етемдәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә байтаҡ етем балаға фатир асҡыстары тапшырҙы. Өй туйлаусыларҙы сәләмләп, ул властарҙың ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләүен билдәләне.
Һәр кеше өсөн торлаҡ төп маҡсат булып тора. Республика һуңғы ике йылда интернат учреждениеларын, балалар йорттарын тамамлаусыларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Былтыр республикала 600-ҙән ашыу йәш кеше фатирлы булды.
Осрашыу барышында етемдәр Президент менән аралашып, үҙ һорауҙарын бирҙе. Мәҫәлән, Өфөнөң 5-се балалар спорт мәктәбенең саңғы ярышы буйынса тренер-уҡытыусыһы Максим Йосопов М. Ғафури исемендәге паркта ҡасан саңғы үҙәге төҙөләсәге хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2013 – 2014 йылғы спорт миҙгеленә Өфө стадионында эштәр тамамланырға тейеш. Трасса әҙер, инфраструктура булдырырға кәрәк. балалар баҡсаларына сиратты кәметеү тураһында ла һүҙ булды. Президент һүҙҙәренсә, һуңғы ике йыл эсендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 10 меңдән ашыу урын булдырылған. Йыл һайын был маҡсатҡа ҙур аҡса йүнәлтелә. Былтыр 4,5 миллиард һумға яҡын сумма бүленгән.
– Беҙҙең маҡсат – 2016 йылға балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөү, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Дим районында 14 етем балаға берәр, икешәр бүлмәле фатир асҡыстары тапшырылды. Йорттар дәүләт заказы буйынса төҙөлгән. Өфөнөң ҡала советы депутаттары йыһаздар менән ярҙам иткән. Әйткәндәй, депутаттар 2007 йылдан бирле етемдәргә ярҙам итә – уртаса унлаған фатирға мебель ала.