05.03.2013 Электрон белем биреү тәжрибәһе өйрәнелә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Кореяның Мәғариф буйынса генераль секретары Хван Дэ-Джун менән электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Корея вәкиле Өфөгә “Смарт-төбәк: электрон белем биреү мөмкинлектәре” тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияға килгәйне.
Беҙҙә электрон белем формаһы яңы танылып килә тиерлек. Президент әйтеүенсә лә, ҡайһы бер һөҙөмтәләр бар, әммә улар дөйөмләштерелмәгән. Шуға күрә әлеге этапта электрон белем биреүҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын формалаштырыу һәм был өлкәне системалы үҫтереү талап ителә.
Көньяҡ Кореяның Мәғариф буйынса генераль секретары ҡайһы бер күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. Хван Дэ-Джун уҡыусыларҙың электрон уҡытыу мөмкинлектәрен тулы кимәлдә файҙаланмауына үкенес белдерҙе. Рәсми ҡунаҡ фекеренсә, электрон белем биреү системаһын индереп, “аҡыллы” йәмғиәт төҙөгән ваҡытта мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында бәйләнеш булдырыу мөһим. Тәү сиратта мәктәп директорҙарын да уҡытыу зарурлығы бар.
Бынан тыш, электрон белем биреүҙе киң йәйелдергән хәлдә, граждандар өсөн белем алыуҙа кәртә булмаясаҡ. Сифатлы белем алыу мөмкинлегенә ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауыл халҡы ла эйә буласаҡ.
Электрон университет эшмәкәрлегенең бөтә механизмдарын көйләү өсөн Хван Дэ-Джун пилот проекты булдырып, һөҙөмтәләргә даими күҙәтеү ойошторорға тәҡдим итте. Был тәңгәлдә экспериментта ҡатнашасаҡ мәктәптәрҙе һәм юғары уҡыу йорттарын ентекле һайлап алырға кәрәк. Ә артабан уларҙың тәжрибәһен файҙаланыу мөһим.