RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Былтыр Башҡортостанда 441 миллиард һумлыҡ килем алынған

22.02.2013 Былтыр Башҡортостанда 441 миллиард һумлыҡ килем алынған

2012 йылда республиканың тупланма бюджетына 120 миллиард һумға яҡын аҡса ингән. Был бюджетҡа килгән һалым һәм һалым булмаған килемдәр­ҙең төп өлөшө түбәндәге һалым иҫәбенә формалаша: физик шәхестәр килеменә һалым – 32 процент, предприятие һәм ойошмалар килеменә һалым – 27, акциздар – 13, милеккә һалым – 9, дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыу­ҙан алынған килем – 10 процент. Былтыр республикала уртаса эш хаҡы кимәле артты, шуға ла физик шәхестәрҙең килеменә һалым да арта.
Шул уҡ ваҡытта төбәктә килемгә һалымдың тотороҡло булмауы күҙәтелә. 2012 йылда ул ни бары алты процентҡа ғына артҡан. Ергә һалым буйынса ла хәл яҡшынан түгел.
Президент Рөстәм Хәмитов ошо темаға арналған кәңәшмәлә билдәләүенсә, бөгөн барлыҡ эксперттар бер фекерҙә: 2013 йылдың төбәк бюджеттарының үтәлеше йәһәтенән көсөргәнешле булыуы ихтимал. Сөнки төбәк бюджеттарына килемдәр кәмей, ә сығымдар арта бара.
Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу ҙа бюджет өсөн көсөргәнешлек тыуҙыра. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙың эш хаҡы иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткерелде, әммә уны даими арттырып тороу өсөн өҫтәмә килем талап ителә.
Республиканың дөйөм килем күләме, башлыса, ҙур предприятиелар иҫәбенә формалаша. Башҡортостанда әле бындай 25 һалым түләүсе бар, улар төбәктә йыйылған һалымдың 43 процентын тәшкил итә. “Баш­нефть” акционерҙар нефть компанияһына, мәҫәлән, һалымдың 20 проценты тура килә.
Шуныһы ла бар: ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҙур ре­сурс­тар һаман файҙаланылмай ҡала. Ерҙе биләү хоҡуғы теркәлмәгән меңләгән участка бар. Урындағы бюджеттар, бындай участкаларҙы ҡуртымға биреп, килем ала алыр ине.
Бөтә йыйылған һалым күләме республиканың артабанғы уңышлы үҫешенә йоғонто яһай. Был бәхәсһеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә