RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәүҙәге яҡташтар йыйылды

22.02.2013 Мәскәүҙәге яҡташтар йыйылды

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп Григорий Куранов тәғәйенләнде. Ул яңы вазифалағы тәүге эш көндәрендә үк Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге ағзалары менән танышыуҙы мөһим тип тапты һәм вәкиллектә активистар менән осрашыу ойошторолдо.
Яҡташтар берлеге бөгөн меңгә яҡын кешене берләштерә. Бында өс төп йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Улар — “Башҡортостан яҡташтар берлеге”, “Мәскәү башҡорттары” һәм “Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы”. Был ойошмалар вәкилдәре менән Рөстәм Хәмитов та бер нисә тапҡыр осрашыу үткәргәйне.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика Хөкүмәте һәм Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге алдында торған уртаҡ бурыстарҙы билдәләне. Алда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың ыңғай имиджын нығытыу, Мәскәүҙә һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән халыҡты республиканың йолалары, тарихы, рухи мираҫы һәм брендтары менән таныштырыу, баш ҡалала республика өсөн заманса кадрҙар потенциалын формалаштырыу кеүек бурыстар тора. Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары өсөн республиканың профилле министрлыҡтары, ҙур предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙар үткәреү тураһында һөйләшеп килешелде. Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге етәкселеге уңышлы уҡып йөрөгән студенттарға федераль һәм республика кимәлендә министрлыҡтарҙа, ведомстволарҙа, ҙур корпорацияларҙа стажировка, практика үтеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Осрашыуҙа республиканың мәҙәни мираҫын Мәскәүҙә таратыу буйынса берлектәге проекттар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүленде. Мәҫәлән, яҡташтар ойошмаларына арналған яңы интернет-портал ярҙамында Мәскәүҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында Республика көндәрен үткәреү, баш ҡалала булдырылған “Алтын ай” бейеү ансамбленең, “Саптар” ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар төркөмөнөң сығыштарын ойоштороу яҡшы булыр ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә