20.02.2013 Һөнәри йүнәлеш биреүҙә предприятиелар менән бәйләнеш
Республика Хөкүмәтендә үткән «түңәрәк өҫтәл» Башҡортостан Республикаһында йәш граждандарға һөнәри йүнәлеш биреү системаһын үҫтереү мәсьәләһенә арналды. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарында һорауҙар менән тәҡдимдәр тура килмәй. Уҡыу йорттарын тамамлаусылар һөнәре буйынса эш таба алмай, шул уҡ ваҡытта предприятиеларға квалификациялы кадрҙар етешмәй.
– Эшкә яраҡлы халыҡтың 40 процентын йәштәр тәшкил итә, беҙҙең төп көс тап ошо категорияға йүнәлтелгән булырға тейеш, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала был йүнәлештә эш алып барыла, әммә системалылыҡ етешмәй. Айырым мәктәптәр, эш биреүселәр, профессиональ белем биреү учреждениелары, мәшғүллек үҙәктәре генә үткәргән һөнәри йүнәлеш биреү саралары хәлде үҙгәртмәй.
Белем биреү учреждениелары белгестәр әҙерләү йүнәлешен хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжға ҡарап һайлай. Ул иһә ғәҙәттә йәмғиәттең матди файҙа һәм һөнәрҙең абруйы хаҡындағы фекеренән сығып билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа бер кем тарафынан да был һөнәр белгестәренең талап ителеү-ителмәүе һәм эш хаҡы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәй. Ленара Иванова әйтеүенсә, мәғариф системаһы менән хеҙмәт баҙарына Иҡтисади үҫеш министрлығы йүнәлеш бирергә тейеш.
– Республика пландары тураһында белгән хәлдә, мәҫәлән, алдағы ике-өс йылда хеҙмәт баҙарында төҙөлөш һөнәрҙәре, артабан ҡунаҡхана бизнесы белгестәре талап ителәсәген күҙалларға мөмкин. Был мәғлүмәтте Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙалларға, ә мәшғүллек хеҙмәте абитуриенттарға еткерергә тейеш.
Ленара Иванова миҫал итеп күптән инде кадрҙар әҙерләү эше яйға һалынған Ауыл хужалығы министрлығын килтерҙе.
Мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов иһә мәсьәләнең тамырын эшҡыуарлыҡтың мәктәптәрҙән һәм профессиональ белем биреү учреждениеларынан алыҫ тороуында билдәләне. Уның фекеренсә, һөнәри йүнәлеш биреү эше тармаҡ предприятиелары тарафынан көйләнергә тейеш.
Республикала предприятиеларҙың мәктәптәрҙе шефлыҡҡа алыу миҫалдары бар, әммә улар күп түгел. Бындай хеҙмәттәшлектә иң ҡыҙыҡлыһы – уҡыусылар өсөн предприятиеларға сәйәхәттәр ойоштороу.
– Уҡыусыларҙы предприятиеларға йөрөтөргә кәрәк. Һәр мәктәптең һөнәри йүнәлеш биреү эше буйынса юл картаһы булһын, – тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. Шулай уҡ юғары класлы белгестәрҙең республиканан ситкә китмәүенә өлгәшеү өсөн һәләтле балалар менән эшләүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тигән фекерҙә ул. Сөнки тап улар республиканы алға этәреүгә һәләтле. Бының өсөн Лилиә Салауат ҡыҙы тармаҡ министрлыҡтарына һәләтле балаларҙың мәғлүмәт банкын булдырырға, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс тә улар хаҡында онотмаҫҡа һәм тыуған илендә уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған лайыҡлы эш бирергә тәҡдим итә.