RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

20.02.2013 Донъя яңылыҡтары

Кемдәр һеҙ, байҙар?
«СЕО» журналы 2012 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң бай кешеләре рейтингын билдәләгән.
Былтыр уларҙың һаны 131 кеше булған. Миллиардерҙарҙың капиталын бергә ҡушһаң, 450 миллиард доллар була. Был сумма Рәсәй бюджетының килем өлөшөнән дә ҙур. Иң бай кешеләрҙең береһе − «Металлоинвест»ты ойоштороусы Алишер Усманов. Уның байлығы 19 миллиард доллар тәшкил итә. Икенсе урында 17,2 миллиард доллар капиталға эйә Яңы Липецк металлургия комбинаты хужаһы Владимир Лисин килә. Өсөнсө урын «Ренова» компаниялары менән етәкселек итеүсе Виктор Векселбергҡа бирелгән. Елена Батурина иң бай ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың береһе булып һанала.

Йәш тәмәкеселәр булмаһын өсөн

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бәлиғ булмағандарҙы диспансерлаштырыуҙың яңы тәртибен раҫланы.
Уға ярашлы, йыл һайын 10 йәштән үткән балаларҙың тәмәке тартыу-тартмауы тикшереләсәк. Уҡыусыларға шулай уҡ, ҡан анализдары биреүҙән тыш, эске ағзаларына УЗИ үтеү, ҡалҡан биҙен тикшереү ҙә ҡаралған. Мотлаҡ медицина страховкалау фонды был маҡсатҡа 35 млрд һум аҡса бүләсәк. Бер балаға медицина тикшеренеүе үткәреү 1310 һумға төшәсәк.

Дәүләт етәксеһе кем булыр?

Әрмәнстан халҡы республика президентын һайлай.
Дәүләт етәксеһе вазифаһына ете кеше дәғүә итә. Бер кандидат та 50 процент тауыш йыймаһа, һайлауҙар ике турҙа үтәсәк. Дәү­ләт етәксеһе биш йылға һайлана һәм ул президент булып икенсе мөҙҙәттә эшләй алмай.
Һайлау комиссияһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге Президент Серж Саргсян һайлаусыларҙың иң күп тауышын йыйған.

Рәсәй ярҙам итә

Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы мәғлүмәттәре буйынса, Сүриәлә барған граждандар һуғышында 60 мең кеше һәләк булған.
Был аҙнала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тынғыһыҙ ғәрәп иленә 44 тонна гуманитар ярҙам алып барасаҡ. Был самолеттар менән Рәсәй граждандары Мәскәүгә ҡайта ала.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә