20.02.2013 Өфөнөкө – өсөнсө
Ағымдағы йылдың ғинуар айы йомғаҡтары буйынса Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Волга буйы федераль округы субъекттарының баш ҡала мэрҙарының медиа-рейтингында өсөнсө урында тора. Уның медиаиндексы 34-кә тиң. “Медиалогия” компанияһы ошондай мәғлүмәт биргән.
Лидерҙар иҫәбендә ҡазан мэры Илсур Мәтшин, Түбәнге Новгород мэры Олег Кандрашов, Саранск башлығы Петр Тултаев бар. Шулай уҡ Өфө ҡала советы башлығы Евгений Семивеличенко етенсе урынды биләй.
“Медиалогия” хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Ирек Ялалов был вазифаһында бер генә йыл булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рейтингыла юғары позицияларға өлгәшә алған. Былтыр йыл йомғаҡтары буйынса ошондай рейтингыла ул икенсе урынға лайыҡ булған.