15.02.2013 Башҡорт Википедияһында – 30 мең мәҡәлә
Донъяның виртуаль киңлектәрендәге ирекле энциклопедияның башҡортса бүлеге 2002 йылдың июнендә асылған. Шулай ҙа ундағы “Башҡортостан” тигән тәүге мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған, тап ошо көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө һанала.
“БашВики”ҙа иң етеҙ үҫеш 2011 йылдан һуң күҙәтелә. Былтыр октябрҙең һуңғы көнөндә 20 меңенсе мәҡәлә теркәлһә, 20 декабргә бындағы яҙмалар һаны 25 меңгә етә. Ә ошо көндәрҙә, йәғни 12 февралдә, Башҡорт Википедияһы тағы бер “юбилей”ын үткәрҙе – 30 меңенсе мәҡәләне ҡабул итте. Бөгөн унда әүҙем рәүештә донъя дәүләттәре тураһындағы мәғлүмәттәр яҙыла. “Кувейт” тигән мәҡәлә 30 меңенсе булған.
Википедия администраторы Рөстәм Нуриев әһәмиәтле яҙмалар ҡуйылыуы артыуын белдерә. ҡатнашыусылар һаны һигеҙ меңгә яҡын, ә инеп, танышып сығыусылар һаны көн һайын әллә нисәмәгә күбәйә тора. Мәҫәлән, үткән йылдың һуңғы айында ғына 750 мең уҡыусы ингән.