15.02.2013 Беҙҙә ниндәй партиялар бар?
Рәсәйҙә һайлауҙарға ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр сыҡҡаны бирле сәйәси фирҡәләр бер-бер артлы барлыҡҡа килеп кенә тора. Хатта исем-атамаларын иҫтә ҡалдырып өлгөрөп булмай, киләсәктә яҡшы эштәрен баһаларға яҙһын.
Яңы партияларҙың беҙҙең республикала ла бүлексәләре булдырылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Юстиция министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн уларҙың һаны 27-гә еткән.
Түбәндәге партиялар менән танышығыҙ:
“Йәш Рәсәй”
“Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы”
“Яңы Рәсәй”
“Ирекле граждандар партияһы”
“Рәсәй ҡалалары”
“Рәсәй пенсионерҙары партияһы”
“Аҡыллы Рәсәй”
“Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”
“Рәсәй коммунистары”
“Монархик партия”
“Граждан платформаһы”
“Граждан көсө”
“Ирек”(“Воля”)
“Рәсәйҙең хеҙмәт партияһы”
“Рәсәй ветерандары партияһы”
“Эш партияһы” (“Партия дела”)
“Рәсәй халыҡ идараһы партияһы”
“Тыныслыҡ һәм Берҙәмлек партияһы”
“Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы“
“Рәсәй пенсионерҙар партияһы – ғәҙеллек өсөн”
“ЧЕСТНО (Человек. Справедливость. Ответственность)”
“Рәсәй селтәре партияһы” ("Российская сетевая партия”)
“Рәсәйҙең Республика партияһы – Халыҡ иреклеге партияһы”
Бынан тыш, “СССР-ҙа тыуғандар” һәм “Тыуған ил” партияларының төбәк бүлексәләрен теркәүгә документтар бирелгән.