RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фонд яңы составта әүҙем эшләйәсәк

15.02.2013 Фонд яңы составта әүҙем эшләйәсәк

Социаль маҡсатлы программалар фондының Попечителлек советының яңы составы раҫланды. Уның менән Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов таныштырҙы. Совет составына Марат Мирғәзәмов, Шамил Әбдрәшитов, Миңлерәйес Усманов инде. Улар фондҡа йүнәлтелгән бюджеттан тыш средстволарҙы тигеҙ бүлеүҙе тәьмин итәсәк.
Социаль маҡсатлы программалар фонды 2009 йылда булдырылған, әммә былтырғаса ул тейешле кимәлдә эшләмәгән. Фонд советы етәксеһе итеп Владимир Балабанов тәғәйенләнде. Совет айына бер тапҡыр йыйылып, средстволарҙы бүлеү мәсьәләһен хәл итәсәк.
Әйткәндәй, фонд эшмәкәрлеге төбәктә социаль сығымдарҙың артыуына бәйле. Республика бюджеты ярайһы уҡ ҙур булыуына ҡарамаҫтан, сығымдар өлөшөндә социаль өлкәгә бүленгән средстволар күләме арта. РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы Указдарын үтәү тәү сиратта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итеү зарур.
Владимир Балабанов билдәләүенсә, Баш­ҡортостандың социаль маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуға средстволар бүлеү йәһәтенән ҡайһы бер компаниялар менән килешеүҙәр ҙә төҙөлгән. Исемлектә “Система” акционерҙар финанс корпорацияһы, “Урал тау-металлургия компанияһы”, “ИНТЕР РАО ЕЭС” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “РусГидро” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Сибур” компанияһы бар.
Әгәр бығаса төп иғтибар социаль объекттар, мәктәптәр, дауаханалар, спорт биналарын төҙөүгә йүнәлтелһә, хәҙер иһә халыҡтың көндәлек ихтыяждарына төп баҫым яһаласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты кәңәшсеһе Геннадий Букаев белдерҙе. Фонд район һәм ҡалаларҙың муниципаль кимәлдә булдырылған шундай уҡ фондтарына ярҙам итәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә